Бөгөн Учалы ҡалаһында Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 30 йыл тулыу айҡанлы митинг ойошторолдо.
Яугир-интернационалистар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәл эргәһенә ветерандар, уларҙың яҡындары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар һ.б. күпләп йыйылды.
Тантанала ҡатнашыусылар яугир-интернационалистарға рәхмәт һүҙҙәре әйтте, хөрмәт тойғоһон белдерҙе. Һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Хәтер мемориалы тере сәскәләргә күмелде.