Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан тантаналы саралар булды. Унда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.Төбәк етәксеһе яу юлын үткәндәр менән осрашты, һәләк булған ҡаһармандарҙың туғандарын күреп аралашты.
Мәғлүмәттәр буйынса, республикабыҙҙан Афғанстанға 9,5 мең тирәһе кеше ебәрелгән, уларҙың 343-ө яуҙа һәләк булған йәки яраларҙан ғүмере өҙөлгән, алтау хәбәрһеҙ юғалған, 2 500 хәрби төрлө йәрәхәттәр алған.
“Тарихыбыҙҙағы иң ауыр осор ул. Утыҙ йыл үтһә лә, күңел һыҙлауы баҫылмай, – тине һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандары менән аралашҡанда Радий Хәбиров. – Ҡаһарман егеттәребеҙҙе бер ваҡытта ла онотмайбыҙ, ғорурланабыҙ. Улар беҙҙең өсөн иҫән, батырҙарыбыҙ өлгөһөндә йәштәрҙе тәрбиәләйбеҙ”.
Төбәк етәксеһе менән осрашыуға йәшләй ғүмере өҙөлгән 11 һалдат һәм офицерҙың ата-әсәләре, туғандары килде.
“Һеҙҙең һәр берегеҙҙә үҙемдең улымды күргәндәй булам, – тип күҙ йәштәре аша мөрәжәғәт итте саралағы элекке яугирҙәргә һуғышта улын юғалтҡан Ирина Машковская. – Һәммәгеҙ ҙә имен-һау, бәхетле булығыҙ, тормошоғоҙҙа барыһы ла уңай барһын”.
Учалынан Афғанстан яуында 460 һалдат ҡатнашып, шуларҙың унауһы һәләк булған. Араларында Ирек Моратов та бар. “Улым төрлө яҡлап һәләтле ине, спорт менән шөғөлләнде, музыканы ла яратты”, – тип хәтергә алды уны әсәһе Фатима Моратова. Мәрхүмгә белем алған мәктәбендә хәтер таҡтаһы ҡуйылған, уның исемендәге иншалар конкурсы, спорт ярыштары үткәрелә. Фатима Моратова үҙе балаларға һәм йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара, яуҙа улдарын юғалтҡан ата-әсәләр өсөн осрашыуҙар ойоштора.
Республикабыҙҙа, ғөмүмән, Афғанстанда баш һалғандарҙың ғаиләләрен, яҡындарын иғтибарҙан өҙмәйҙәр. Бөгөнгө осрашыуҙа төбәк етәксеһе Радий Хәбиров уларҙың тормошо, проблемалары хаҡында һорашты. Күптәрҙе райондарҙа медицина хеҙмәтләндереү торошо, шифаханаларға юллама менән тәьмин итеү мәсьәләһе борсой – путевкаларҙы йылдар буйы көтөргә тура килә.
Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә яугир-интернационалистарҙың өлкән йәштәге ата-әсәһенә шифаханаларға сиратты тиҙләтергә, квоталар бүлергә, шулай уҡ мохтажлыҡ кисергәндәр өсөн стационарҙарҙа тейешле һауыҡтырыу курстары үткәреүҙе ойошторорға ҡушты.
Осрашыуҙа Афғанстанда һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү бурысы хаҡында ла һүҙ булды.
“Үҙегеҙҙе, һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ, – тине өлкәндәргә Радий Хәбиров. – Һеҙҙең балаларығыҙҙы онотмаһындар өсөн беҙ барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ. Бына тигән улдар үҫтергәнегеҙ – алдығыҙҙа баш эйәбеҙ”.