Спортты ярат – һынауҙарға бирешмә16.02.2019
“Был аҙнаның ял көндәре шул ҡәҙәр яҡшы башланды, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Сибайҙа йәшәгән 11 йәшлек Динис Утарбаев. – Саңғы ярышына күмәкләп сыҡтыҡ. Рима Баталованың сығышы айырыуса оҡшаны”.

Динис бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә. Сабый сағынан хроник сиргә дусар булып, һаулығы менән бигүк маҡтана алмаһа ла, бер ваҡытта ла зарланмай, йөҙөнән йылмайыу китмәй.

– Атай-әсәйем бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырырға тырышты, – ти ул. – Иптәштәрем менән футбол уйнарға, ҡыш конькиҙа йөрөргә яратам. Әлбиттә, бүтәндәр менән уҙыша алмайым, ләкин үҙ уңыштарым менән ҡәнәғәтмен. Спорт – яҡшы кәйеф нигеҙе. “Алға, һәр саҡ алға барырға кәрәк!” – тип Рима Баталова бик дөрөҫ әйтте.

“Спорт менән шөғөлләнгән кеше бер ҡасан да ауырлыҡтарға бирешмәй, һынауҙарҙы еңел һәм лайыҡлы үткәрә. Бирешмәйек, алға ҡарап йәшәйек”, – ти Динис. Афарин!


Вернуться назад