Сибайҙа “ВАЗ-2114” автомобиле водителе 53 йәшлек ҡатынды төкөткән.Урамдың был өлөшөндә светофор булмаған. Авария һөҙөмтәһендә ҡатын ҡаты йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Әммә уның ғүмерен һаҡлап ҡала алмағандар: бөгөн иртәнсәк йән биргән.
Республика буйынса кисәге мәғлүмәттәргә килгәндә, 11 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа берәү үлгән, 12 кеше йәрәхәтләнгән.