Һәр баланы һөйөп бағалар05.06.2012
Өфө ҡалаһының насар ишетеүсе балалар өсөн тәғәйенләнгән 30-сы мәктәп-интернатында үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусылар эшләй. Уларҙың береһе — сурдопедагог Зәйтүнә Вәлиева. Бер үк ваҡытта директорҙың фән һәм уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары бурысын да атҡарыусы уҡытыусы 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә.

Зәйтүнә Вәлиева Дәүләкән районының Ҡаҙырғол ауылында тыуып үҫә. Бала саҡтан педагог булырға хыялланған ҡыҙ Салауат педагогия училищеһын тамамлағас, бер нисә йыл үҙ районында уҡыта. Унан, юғары белем алыу ниәтендә, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына (хәҙер академия) һынауҙар тапшыра. Уҡыу йортон ситтән тороп тамамлағас, Өфөгә юллана.
— Беҙҙең мәктәп, баш ҡалала насар ишетеүсе балалар өсөн тәғәйенләнгән тәүге учреждение булараҡ, 1902 йылда асыла. Был эшкә протоиерей Николай Котельников күп көс һала, — ти Зәйтүнә Мәсәлим ҡыҙы. — Белем һәм тәрбиә усағы быуат дауамында ҙур үҙгәрештәр кисергән. Бындай йүнәлештәге мәктәп республикала ни бары бишәү. Халыҡтың уларға ихтыяжы бер ваҡытта ла кәмемәй: беҙгә Өфөнән дә, райондарҙан да күп киләләр.
Мәктәп элекке балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡан, уға ике йыл элек капиталь ремонт үткәрелгән. Был эштә тотош коллектив дәррәү ҡатнашҡан.
Кластарҙа балалар аҙ булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы уҡырға, яҙырға өйрәтеүе, теманы аңлатыуы еңел түгел. Уҡыусылар менән ҡул, ым-ишара, тел ярҙамында аралашҡан педагогтарҙың ҡатмарлы эшен һәр класта ҡуйылған тейешле ҡорамалдар еңеләйтә төшә, әлбиттә. “Әммә был ғына аҙ, — ти Зәйтүнә Мәсәлим ҡыҙы. — Беҙҙә уҡыусыны үҙ балаңдай күреп яратыу ҙа кәрәк”.
Интернатта тәрбиәләнеүселәр элек 60 — 70 кешенән артмаһа, әле 106-ға еткән. Зәйтүнә Вәлиева быға бик көйөнә, ата-әсәгә сәләмәт тормош алып барырға кәңәш итә.
Мәктәп-интернатта уҡыусылар — көнөнә биш, ә өйөнә ҡайтып йөрөгәндәр ике тапҡыр туҡлана. Уларҙың буш ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн кластан тыш төрлө сара ойошторола: уҡыусылар дәрес әҙерләгәс, саф һауала футбол, волейбол уйнай, экскурсияға сыға, театр, музей, киноға йөрөй. Мәктәптең үҙ музейы ла бар. Уны яңы экспонаттар менән тулыландырыуға етәксеһе Тәнзилә Туҡаева ҙур тырышлыҡ һала.
Коллективта оҙаҡ йылдар эшләгән хеҙмәт уҡытыусыһы Әнисә Ғәниеваның дәресендә ҡыҙҙар бәйләү, сигеү серҙәренә өйрәнә, малайҙар иһә ағастан һырлап, юнып төрлө һындар, тормош-көнкүреш әйбере яһай. Уҡыусыларҙың иң яҡшы эштәре район, ҡала, республика күргәҙмәләренә ҡуйыла.
— Һаңғырау бала менән эшләгән һәр уҡытыусыға икеләтә бурыс йөкмәтелә, — ти З. Вәлиева. — Уларҙы уҡытырға ғына түгел, тәрбиәләргә, һаулығын хәстәрләргә лә кәрәк.
Күпселекте ҡатын-ҡыҙ тәшкил иткән татыу коллективта һәр предмет буйынса методик ойошма бар. “Йәш педагогтар мәктәбе” лә уңышлы эшләй. Тәжрибәле уҡытыусылар йәш хеҙмәттәштәренең дәресен ҡарап, төрлө кәңәш бирә, уларға дәрес һәм тематик план төҙөргә ярҙам итә. Өлкән педагогтар Л.С. Әкрәмова, Т.М. Морохова, В.М. Кротов иһә ҡала, республика кимәлендәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Сурдопедагогтар Р.М. Әхтәмова, Ю.М. Булатова, ритмика уҡытыусыһы Н.Н. Бельченко ла үҙ йүнәлеше буйынса ҡалала үткәрелгән төрлө сарала ҡатнаша. Ә бына мәктәптең ғорурлығы булған уҡытыусы-дефектологтар Т.М. Морохова менән Т.И. Сухарева барыһын да уҙҙырып ебәргән — улар, Мәскәүҙәге “Мәктәпкәсә балалыҡ” үҙәгендә Э.И. Леонгардтың һаңғырау балалар менән эшләүҙең заманса технологияларын өйрәнеп ҡайтып, әле республика уҡытыусылары араһында семинарҙар ойоштора. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы В.Н. Кротов үҙ фәне буйынса Рәсәй кимәлендә ойошторолған конкурстарҙа еңеү яулаған, “Компьютер илендә” фестивалендә “Уҡытыусы-тикшеренеүсе” титулына лайыҡ булған.
Ошондай барлыҡ эшкә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Зәйтүнә Мәсәлим ҡыҙы етәкселек итә. Бының өсөн күпме көс, ваҡыт талап ителгәнен педагог үҙе генә аңлай торғандыр.
Зәйтүнә Мәсәлим ҡыҙы — ғаиләһендә уңған ҡатын, хәстәрлекле әсә. Тормош иптәше Әхмәт Хәмитйән улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкәне Рөстәм, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын уңышлы тамамлап, уҡытып йөрөй. Йыр-моңға ғашиҡ егет төрлө конкурста ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Әле ул — Өфө дәүләт сәнғәт академияһы аспиранты, киләсәктә башҡорт музыкаһының тарихын өйрәнергә ниәтләй. Теүәл фәндәр менән ҡыҙыҡһыныусы Азат иһә Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетында белем ала.
Миләүшә ҠОЛМӨХӘМӘТОВА.


Вернуться назад