Өҫтәлегеҙгә йәм өҫтәр16.02.2019
Баланды төрлө ысул менән һаҡлап, ҡулланып була. Был емеш халыҡ медицинаһында киң файҙаланыла. Һеҙгә бер нисә төр ризыҡ тәҡдим итәбеҙ.

Балан кеҫәлен яһағанда һыуын күберәк һалып, ябыҡ һауытта (суйын яҡшыраҡ) йомшарғансы ҡайнатабыҙ. Бешеп сығыр алдынан шәкәр һәм ҡуйылыҡ өсөн самалап арыш оно һалабыҙ. Кеҫәл файҙаһы ҡымыҙҙыҡынан бер ҙә кәм түгелдер.

Баллы морс әҙерләү өсөн ярты стакан балан һутына 1 литр һыу, 100 грамм бал кәрәк. Балды һыуҙа иҙеп, һутҡа һалып болғайһың, һалҡын килеш табынға ҡуяһың.

Балан желеһын әҙерләгәндә 1 килограмм емеш, 1 килограмм шәкәр ҡомо, ике стакан һыу файҙаланыла. Емештәрҙе эҫе һыуҙа биш-алты минут ҡайнатҡас, ул һыуҙы түгеп, яңынан ике стакан һыу һалып, йомшарғансы бешерәһең. Артабан ҡатнашманы иләк аша үткәреп, шәкәр ҡомо менән бутайһың. Унан йәнә 50 минут бешереп, стерилләнгән банкаларға һалырға һәм һалҡын урында һаҡларға кәрәк.

Балан сиробын 1 литр һут, 2 килограмм шәкәр ҡомо һәм 10 грамм лимон кислотаһынан әҙерләргә була. Балан һутына шәкәр ҡомон һалып ҡайнатаһың, өҫтөндәге күбеген алғас, лимон кислотаһы ҡушып, тағы биш минут бешерәһең һәм шешәләргә һөҙөп тултыраһың да һауа инмәҫлек итеп ябып ҡуяһың. Сиропты киҙеү осоронда ҡулланыу бик файҙалы.

Балан һутын әҙерләү өсөн 1 килограмм емеш, 200 грамм шәкәр ҡомо, 200 грамм һыу кәрәк. Емеш һутын һығып алып, ҡалған массаны 5 – 10 минут һыуҙа ҡайнатаһың. Һут һәм шәкәрҙе һарҡынды менән болғатып һыуыталар.

Картуф крахмалын һыуҙа ебетеп, уға эҫе балан һутын ҡойоп, шәкәр өҫтәп, ҡайнатып алаһың. Барлыҡҡа килгән кеҫәлде эҫе һәм һалҡын килеш өҫтәлгә бирергә була.


Вернуться назад