Киләсәк – йәштәр ҡулында. Был һүҙҙәр бер ҡасан да көнүҙәклеген юғалтмай, алмашҡа килгән быуынды тәрбиәләү, дөрөҫ юлға баҫтырыу маҡсатында республикабыҙҙа төрлө саралар даими уҙғарыла.Яңыраҡ, мәҫәлән, Йылайыр районы үҙәгендә “Йәштәр һайлауы-2019” йәштәр форумы үтте. Күркәм йолаға әүерелә барған сарала мәктәп уҡыусылары, төрлө тарафта белем алған яҡташ студенттар, төбәк тормошонда ҡайнап йәшәгән әүҙем йәштәр ҡатнашты. Форумды район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге ойошторҙо.
Йыйында ҡатнашыусылар саҡырылған ҡунаҡтар, спикерҙар менән аралашты, уларҙың кәңәштәрен тыңланы. Йәштәрҙе башлыса үҙ эшеңде асыу юлдары, төбәктә туризмды үҫтереү, экология мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы. Улар төркөмдәргә бүленеп оҫталыҡ дәрестәре алды, уңыш ҡаҙаныу нигеҙҙәренә төшөндө.
Бөгөнгө тормошта үҫеш мөмкинлектәре күп, тик уларҙы ҡулдан ысҡындырмаҫҡа, ваҡытты дөрөҫ бүлә белергә, һәр саҡ маҡсатҡа ынтылып йәшәргә кәрәк – шуға йәнә бер ҡат инанды Йылайыр йәштәре.