"Хәлде контролдә тотасаҡмын"15.02.2019
Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов эш сәфәре менән Сибайҙа булды.

Омбудсмен урындағы дауаханала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары һәм дежур табип менән аралашты. Улар Рим Ҡәйүмовҡа халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү барышы, Өфө белгестәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Шулай уҡ бөгөн, 15 февралдә, балаларҙың бер төркөмөнөң шифаханаға юлланғаны хаҡында белдерҙеләр.

Рим Ҡәйүмов шулай уҡ ваҡытлыса урынлаштырыу үҙәген ҡараны, карьерҙа булды.

“Эш дөрөҫ алып барыла, минеңсә, көсөргәнеш бөтөрөлгән. Өфөнән килгән медицина белгестәренең ярҙамы ҙур. Ҡалала еҫ һиҙелмәй, карьер эргәһендә бар, – тине омбудсмен. – Эш дауам итә, хәл яҡшырыр тигән ышаныстамын. Барыһын да контролдә тотасаҡмын. Сибайҙа граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойоштороу планлаштырыла. Әлегә урындағы халыҡтан мөрәжәғәттәр булманы”.


Вернуться назад