"Беренсе"лә белемеңде һынап ҡара!15.02.2019
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостан Мәғариф министрлығы менән берлектә VI һәм VII класс уҡыусылары өсөн “Беренсе” олимпиадаһын үткәрә.

Сара ике этапта уҙғарыла. Дистанцияла үтәсәк тәүгеһе 5 – 12 мартҡа тәғәйенләнгән. Унда уҡыусылар башҡорт һәм рус телдәренән, математиканан һынау бирә. Ҡатнашыу өсөн гимназияның сайтындағы (www.brgi1.org) “Беренсе” тигән бүлектә теркәлергә һәм күнекмәләрҙе үтәргә кәрәк.

Икенсе этап 25 – 28 мартта гимназия-интернаттың үҙендә була. Унда шулай уҡ башҡорт һәм рус телдәренән, математиканан имтихан тапшырыла. Олимпиадала ҡатнашыусыларға йәшәү өсөн ятаҡтан урын бирелә, туҡланыу ойошторола.

Имтихан һөҙөмтәләре сара тамамланғандан һуң 15 көн арауығында гимназияның сайтында баҫыласаҡ. Тейешле балл йыйғандар уҡыу йортона алыуға тәҡдим ителәсәк.

Еңеүселәр һәм призерҙар электроника, һанлы һәм көнкүреш техникаһы магазиндарына сертификат менән бүләкләнәсәк:
1-се урынға – 15 мең һум;
2-се урынға – 10 мең һум;
3-сө урынға – 5 мең һум.


Вернуться назад