Иҫке Сибай балалары яңы мәктәптә белем аласаҡ15.02.2019
Иҫке Сибай балалары яңы мәктәптә белем аласаҡБаймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында балалар емерек мәктәптә уҡыған. Әгәр ҙә ата-әсәләр Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа аһ-зарын белдермәһә, ярыҡ стеналы бүлмәлә дәрестәр артабан да дауам итер ине. Иҫке мәктәпте тулыһынса емереп, уның урынына өр-яңыһын (375 урынлыҡ) төҙөргә ҡарар ҡабул ителгән.

– Яңы мәктәп төҙөлөшө быйыл август-сентябрҙә башланасаҡ, – ти Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин. – Уның өсөн майҙансыҡ әҙер, 2020 йылдың декбарендә белем усағын асыу күҙаллана.


1 марттан балалар бүтән мәктәптәргә урынлаштырыла. 431 уҡыусының 200-ө, V–XI кластар, Сибай ҡалаһында белем аласаҡ, бының өсөн автобустар хәстәрләнгән, ә башланғыс класс балалары ошо уҡ ауылда, тик бүтән бинала уҡыясаҡ. Әйткәндәй, Сибай ҡалаһы менән Иҫке Сибай ауылы бер-береһенә терәлеп тигәндәй ята, уларҙы күпер генә айыра.


Вернуться назад