Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла...15.02.2019
Сочиҙа сағында Сибайҙа барған ваҡиғаларға баһа биреп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров: “Иң мөһиме – асыҡ мәғлүмәт структураһын булдырҙыҡ. Кешеләр нимә булғанын яҡшы аңларға тейеш”, – тине.

– Беҙ көнөнә биш тапҡыр һауа составын тикшерҙек, былар барыһы ла асыҡтан-асыҡ хәбәр ителде. Халыҡ дөрөҫ мәғлүмәт алғанына ышанһын өсөн, бөтә эш Сибай йәмәғәтселегенең күҙ алдында башҡарылды, – тине ул.


Ҡала башлығы Рөстәм Афзаловтың эшен баһалап, уның бурыстарын теүәл үтәүен белдерҙе. Ә Сибайҙың ҡайҙа урынлашҡанын да белмәгән әҙәмдәрҙең хәлде тотороҡһоҙландырыу маҡсатындағы сығыштарын тәнҡитләне.

– Әлбиттә, ҡаты бәрелеү насар. Бер кем дә берәүҙе лә кәмһетергә тейеш түгел. Моғайын, был хис-тойғолар эҙемтәһелер. Беҙ бөтәбеҙ ҙә хаталанабыҙ. Һәм һабаҡ алабыҙ, – тине Радий Фәрит улы.


Вернуться назад