Төрмәлә лә тормош бар15.02.2019
Кисә Өфө ҡалаһындағы ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында яңы ғаилә барлыҡҡа килде. 36 йәшлек иркенән мәхрүм ителгән ир 37 йәшлек ҡатын менән никах уҡытты.

Колония биләмәһендәге иман йортонда “Ләлә-Тюльпан” мәсетенән имам-хатип Рауил хәҙрәт мосолман йолаһын башҡарҙы һәм йәш парға таныҡлыҡ тапшырҙы.

Язаға тарттырылған ир быйыл ваҡытынан алда төрмәнән сығырына өмөтләнә. Етмәһә, ике айҙан уларҙың сабыйы тыуасаҡ.

Холоҡ төҙәтеү урындарында ғаилә ҡороу – һирәк осраҡ түгел. Учреждениелар етәкселеге бер ҡасан да был изге теләккә ҡаршы килмәй. Былтыр республикала ете тапҡыр ошондай мосолман никахы уҡытылған.






Вернуться назад