Быйыл йыл башынан алып республикала 800-ләп янғын булған.
Уларҙа 52 кешенең ғүмере өҙөлгән. Иң үкенеслеһе – һәләк булғандарҙың дүртәүһенең мәктәп йәшенә лә етмәгән сабыйҙар булыуы.
Был мәғлүмәттәрҙе бөгөн Өфөлә үткән матбуғат конференцияһы барышында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы, генерал-майор Марат Латипов килтерҙе.
Янғындар һаны, былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда, ике тапҡырға артҡан. Әммә был ысынлап бәләгә йышыра3 тарый башлағанбыҙ тигәнде аңлатмай. Быйыл янғынды баһалаған нормативтар үҙгәргән. Хәҙер ҡорбанһыҙ, матди зыянһыҙ, подъезда ятҡан сүп-сар ғына янып китһә лә, уны янғын тип иҫәпләргә мәжбүрҙәр икән.
Былтырғыға ҡарағанда, ҡорбандар һаны ла бер кимәлдә. Ә бына балаларҙың янып үлеү осраҡтары буйынса күрһәткестәр күбәйгән. Барыһында ла ата-әсәнең уларҙы яңғыҙын ҡалдырып китеүе сәбәпсе булған.