Апрель нимә вәғәҙә итә?15.02.2019
Башҡорт дәүләт университетында Башҡорт АССР-ы ойошторолоуҙың – 100 һәм Башҡорт дәүләт университетының 110 йыллығына арналған “Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең бүтән төбәктәрендә башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың хәҙерге проблемалары” тигән IV Бөтә Рәсәй фәнни-методик конференция уҙҙы.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорт телен уҡытыу буйынса һөйләшеү майҙансығы итеп төп университетты һайлау – ҙур мәртәбә. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлөүе, шулай уҡ дәүләт һәм республикабыҙ халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы гранты булдырылыуы күпте һөйләй.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Күзбәкова быйыл апрелдә башҡорт теле уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтәсәге тураһында ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе.




Вернуться назад