Йәшлегемдең йәшел вагондары15.02.2019

17 февраль – Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары көнө.

Һәр еңеүгә ҡыуандыҡ.

Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары йорттар, фермалар, комплекстар төҙөү менән генә шөғөлләнде, тип уйларға ярамай, әлбиттә. Улар ауылдарға электр, телефон үткәрҙе, поездарҙа вагон оҙатыусыһы булып йөрөнө, йылы яҡтарҙың емеш-еләк, йәшелсә баҫыуҙарында ҡарбуз, помидор, баклажан, алма, виноград йыйҙы…

Башҡорт дәүләт университе­ты­ның беренсе курсын тамам­лаған йылда мин әхирәтем Миң­легөл менән уҡыу йортонан “Бригантина” отрядына яҙылып, Ҡыр­мыҫҡалы районының “Ҡар­лы­ман” совхозында малсылыҡ комплексы төҙөлөшөндә эшлә­нек. Йәшерен-батырыны юҡ, бурыс еңел түгел ине: буласаҡ ферма иҙәненә бетон түшәнек. Үҙебеҙ генә түгел, яныбыҙҙа ысын төҙөү­селәр – ташсылар, штукатур-малярҙар, балта оҫталары ла бар. Отряд командирынан тыш, төҙөүселәрҙең мастеры һәм бригадиры етәкселе­гендә эшләнек.

Мәктәп интернатында бик күңелле йәшәнек, концерттар, ял кисәләре ойоштора инек, һыу инергә, еләккә йөрөнөк. Беҙҙең буласаҡ педагогтар отрядына милицияла иҫәптә торған ауыр холоҡло өс малайҙы ла беркет­кәйнеләр, улар менән төрлө әңгәмәләр, уйындар үткәрәбеҙ. Ә улар беҙҙе олоға һанаманы шикелле, тиҫтерҙәре кеүек күрҙе, үҙебеҙгә ғашиҡ булып, мөхәббәт хаттары яҙып, мендәрҙәребеҙ аҫтына һалып китә ине.
Бер ай эсендә күп яңы һөнәр­ҙәргә өйрәнеп, арыу ғына аҡса эш­ләп, төрлө факультеттарҙан йыйылған, ләкин татыу ғаилә булып ойошҡан отрядта яңы дуҫтар табып ҡайттыҡ беҙ Ҡарлы­мандан.

Ә икенсе йылына беҙҙең төркөм, “перваш”тарҙан айырмалы, үҙҙәрен тәжрибәле тип иҫәп­ләй ине инде. Барыбыҙ ҙа тиерлек республиканан ситкә китеп эшләргә тигән хыял менән йәшәй­беҙ. Миңзәлә, Гүзәл кеүек ҡыйыу ҡыҙҙарыбыҙ, тимер юл селтәр­ҙәре үҙәгендә тиҙ генә әҙерлек курсы үтеп, Батуми, Сухуми, Сочи, Адлер ҡалаларына йөрөгән поездарға вагон оҙа­тыусыһы булып урынлашты. Гөлдәр, Миләү­шә, Рәүиә, Миңле­гөл, мин Әстрхан өлкәһенә йыйынған студент отрядына яҙыл­дыҡ һәм тамсы ла үкенмәнек.

1980 йылдың июль айы. Юл ыңғайы беҙҙең өсөн махсус рәүештә герой-ҡала Волгоград буйлап оҙайлы сәйәхәт ойошторолдо. Царицын, Сталинград, Волгоград исемдәре менән йәшәгән был тарихи ҡала һоҡ­лан­дырҙы тиһәм, ул ваҡыттағы кисерештәребеҙҙең аҙ ғына өлөшөн дә еткерә алмамдыр. Мамай ҡурғанында булыу, ундағы обелиск-һәйкәлдәрҙе ҡарап тетрәнеү, Ватан-Әсә һәйкәле янында фотоға төшөү, ҡаланы фашистарҙан һаҡлап һәләк бул­ған, исемдәре ундағы таштарға соҡоп яҙылғандар араһынан таныш исем-шәрифтәр эҙләү… Йөрәктәребеҙҙең бер өлөшө өҙөлөп, шул ерҙәрҙә мәңгегә ҡалғандыр.

Беҙҙең “Йәшлек” (“Юность”) отрядын Әстрхан өлкәһенең Аҡтүбә районы Покровка ауылына урынлаштырҙылар. Урыҫ­тар менән ҡаҙаҡтар бергә йәшә­гән, мәҙәниәт йорто, мәктәбе, китап­ханаһы, дөйөм мунсаһы булған ҙур, төҙөк һәм матур ауыл. ”Э-эх, Покровка – жемчужина Ахтубы” тигән йыр ҙа ижад иттек күмәк көс менән. Отрядҡа гимн кәрәк ине. Көнкүреш шарттары ла шәп: лагерь кеүек ерҙә 10-15 кешелек айырым бина-өйҙәрҙә йәшәйбеҙ.

Иртәнән кискә тиклем помидор баҫыуында эшләйбеҙ, норманы һәр саҡ арттырып үтәйбеҙ. Бригадир булып эшләгән ҡаҙаҡ ҡыҙы Ләззәт беҙҙең эштән ҡәнәғәт. Автобуста, ҡайһы саҡта йөк ­ма­­ши­на­һында эшкә йырлап барабыҙ, йырлап ҡайтабыҙ. Ул саҡта “Через две зимы”, “Идет солдат по городу” кеүек йырҙар популяр ине.

Кискеһен мул һәм таҙа һыулы Аҡтүбә йылғаһына һыу инергә йөрөйбөҙ, киноға барабыҙ. Ҡаралы-аҡлы берҙән-бер телеви­зорҙан Олимпиада яңылыҡтарын ҡарарға ла өлгөрәбеҙ. Һәр еңеүгә ҡыуанабыҙ. Бөтмөр Гөлдәребеҙ спортсыларыбыҙ яулаған бөтә алтын, көмөш, бронза миҙал­дарҙы яҙып бара хатта. Аҙнаға бер көн ял итәбеҙ, район үҙәге Аҡтүбә баҙарына барабыҙ. Э-эй, ул көнсығыш баҙарында нимә генә юҡ?! Кискә мунсанан һуң лагерҙа дискотека ойошторола. Иң ҡыҙығы: яҡында ғына Капустин яры, унда ракета ғәскәр­ҙәренең хәрби часы тора. Ҡайһы саҡта баҫыуҙа уңыш мул өлгөрөп, эшсе ҡулдар етешмәй китһә, һалдаттарҙы ла беҙгә ярҙамға алып киләләр ине. Дәртле лә, гүзәл дә йәшлек үҙенекен итә: егеттәр һәм ҡыҙҙар танышып, дуҫлашып китә. Төрлө милләт йәштәре араһында матур ғына парҙар ҙа барлыҡҡа килде. Шулай ҙа күптәр ябай ғына ихлас аралашыуға һәм эскерһеҙ дуҫ­лыҡҡа шат ине. Шул һал­даттар килә алһа, киске уйындар тағы ла күңеллерәк үтә. Урын­дағы колхоздың емеш баҡсаһы бар. Алма, груша, сейә ҡойолоп ята. Ҡарауылсыһы ла булғандыр инде, ләкин рөхсәтһеҙ һыйла­нырға барған ҡыҙҙарҙы бер ҙә әрләп йәки ҡыуып йөрөгәне хәтерҙә ҡалмаған.

Бына шулай ай ярым ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Беҙ көньяҡ ҡояшында ҡап-ҡара булып янып, туйғансы помидор, баклажан, ҡарбуз ашап, донъя күреп, мул ғына аҡса эшләп ҡайтырға сыҡтыҡ. Поезға ултырыр алдынан беҙгә күстәнәскә тип бер “КамАЗ” ҡарбуз алып килеп ауҙарҙылар. Ҡулыбыҙ һәм көсөбөҙ еткәнсә тейәп алдыҡ. Вагоныбыҙ өс тәү­лек буйына шат йырҙарҙан, кү­ңелле ығы-зығы­нан, ҡыуаныс­лы әңгәмәләрҙән гөрләп торҙо. Бына тыуған яҡ­тар!.. Башҡортос­таны­быҙ, Өфө­бөҙ ныҡ һағындырғайны.

Тынғыһыҙ студент өйөндә бер аҙна торһа, уға яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы мажаралар етмәй башлай. Уны яңы хыялдар, таныш тү­гел юлдар, ҡалалар, илдәр саҡыра. Беҙ ҙә йәй буйы йыйыл­ған стипендиябыҙҙы ҡулға алғас (иш янына ҡуш булды бит инде), дуҫ ҡыҙым Наилә менән Мәскәүгә сығып киттек. Студенттар өсөн юл хаҡы бик ҡыйбат та түгел ине. Ул саҡта күп дефицит әйбер­ҙе баш ҡалала ғына табып була ине шул. Мәскәүҙе, Ҡыҙыл майҙанды, Мавзолейҙы ла бик-бик күргебеҙ килгәндер инде!
Тағы оҙон-оҙон тимер юлдар, йәшел вагондар… Тик уныһы айырым тарих.


Вернуться назад