1968 йылда Юл хәрәкәте тураһында халыҡ-ара конвенция булдырыла. Уға ярашлы, һәр ил үҙ ҡануниәтендә граждандарға иҫерек килеш транспорт сараһына идара итеүҙе тыйырға бурыслы була. Водитель ҡанында этил спиртының рөхсәт ителгән кимәлдән — 0,8 промилленән дә артыҡ булмаҫҡа тейешлеге лә билдәләнә.
Һәр ил, промилленең миҡдарын һәм уны күҙәтмәгән осраҡта яуаплылыҡты закон менән нығытып, үҙе билдәләй.
Рәсәйҙә эскән килеш рулгә ултырғандарға 30 мең һум штраф һалалар һәм ике йылға водитель танытмаһынан мәхрүм итәләр.
АҠШ-та промилле кимәле сигенән сығып, ике тапҡыр тотолғандарға өс мең доллар штраф һалалар һәм 10 тәүлеккә төрмәгә ябалар, ә өсөнсө тапҡыр законды боҙһа, водителде өс йылға иркенән мәхрүм итәләр, автомобилен конфискациялайҙар һәм ғүмерлеккә рулгә ултырыуҙы тыялар.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлегендә эсеү бөтөнләй тыйыла. Ә иҫерек килеш транспортҡа идара итеп тотолған граждан 40 тапҡыр ҡамсылана һәм 10 йылға төрмәгә ябыла, ә инде юл хәрәкәте фажиғәһендә ғәйепле булһа, уны үлем язаһы көтә.
Японияла эсеп техникаға идара иткән водителгә генә түгел, эргәһендә ултырған иҫерек пассажирға, хатта йәйәүлеләргә лә бик ҙур штрафтар ҡаралған. Водитель ҡаршылашһа, ул шунда уҡ биш йылға төрмәгә ябыла, бәләкәй генә юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепләнһә иһә, иң кәмендә ете йылға иркенән мәхрүм ителә.
Ҡытайҙа эскән водителгә 300 доллар штраф һалына, ул 15 тәүлеккә төрмәгә ябыла һәм автомашинаға идара итеүҙән биш йылға мәхрүм ителә. Әгәр ҙә уның ғәйебе менән кеше ғүмере ҡыйылһа, үлем язаһы ҡаралған;
Францияла водитель үҙе менән һәр саҡ эскән-эсмәгәнде билдәләү өсөн тест йыйылмаһы йөрөтөргә тейеш. Был илдә лә ҙур штрафтар ҡаралған. Юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле водитель 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә.
Ә Чехияла бер ниндәй ҙә промиллеләрҙе үлсәп тормайҙар, был илдә рулдә тамсы ла эсергә ярамай. Эсеп тотолған кешеләргә 10 мең евроға тиклем штраф ҡаралған һәм 10 йылға техникаға идара итеү тыйыла.
Финляндияла закон боҙоусы йыллыҡ килеменең 5—15 процентынан ҡолаҡ ҡаға, автомобиле конфискациялана һәм ғәйепле кеше оҙайлы йәмәғәт эштәренә йәлеп ителә.