Ошо көндәрҙә ҡәҙерле әсәйебеҙ Суфия Хәйретдин ҡыҙы Фәхретдинованың тыуыуына 100 йыл тулды. Ул Архангел районының Тәүәкәс ауылында тыуып үҫкән. 15 йәшлек кенә сағында атайыбыҙ Камалетдин Ғәләүетдин улына кейәүгә сыҡҡан. Татыу тормош юлы үтеп, 10 балаға ғүмер биргән улар. Бөгөн әсәйем тураһындағы хәтирәләр менән уртаҡлашҡым килә.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк атайым фронтҡа китә. Әсәйем ике йәшлек кенә ҡыҙы менән ауырлы килеш уны оҙатып ҡала. Күп тә үтмәй икенсе ҡыҙҙары тыуа. Хоҙайға шөкөр, атайыбыҙ фронттан иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Улар ауылда йәшәргә ҡала, колхозда эшләй.
Һуғыштан һуң тағы һигеҙ балалары – биш ҡыҙ һәм өс улдары тыуа. Илдә ауыр булһа ла, тыныс тормош башлана, балаларҙы үҫтереп, белем биреү, аяҡҡа баҫтырыу маҡсатын ҡуйып йәшәп китәләр.
Беҙҙе улар сикһеҙ яратты. Уларҙың күңел йылыһына төрөнөп, ҡәҙер-хөрмәттең нимә икәнен белеп үҫтек. Бер-беребеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы, ғәҙел булыуҙы өҫтөн күрҙе улар. Ир балаларын бик оҙаҡ көтөп алғанғамы икән (биш ҡыҙҙан һуң алтынсыға малай тыуа), әсәйем улдарын сикһеҙ яратты, улар тураһында күберәк борсолорға ла сәбәп таба ине. Ә шулай ҙа артыҡ иркәләтмәне, егәрле, эшһөйәр, үҙ һүҙендә тороусан итеп тәрбиәләргә тырышты улдарын. Уларҙы бәләкәйҙән “һин буласаҡ һалдат, илде һаҡлай торған кеше, ҡыйыу бул, ебеп төшмә” тип үҫтерҙе. Өс улы ла Совет Армияһы сафында лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайтты.
Тәртипле, тәрбиәле булыуҙы, һәр бер эште еренә еткереп, бөтөрөп эшләгәнде талап итте беҙҙән әсәй. “Минең балам икәнегеҙ алыҫтан күренеп торһон” тип иҫкәртергә онотманы. Күмәк булһаҡ та, һәр беребеҙҙе айырым шәхес итеп күрергә теләне. Яҡшы эштәребеҙ өсөн маҡтап, күңелде күтәрә белде, беҙҙең менән ғорурланды. Ваҡытында әрләп, хаталарыбыҙға ла төртөп күрһәтте.
Әсәйебеҙ нескә күңелле, бай рухлы, йор һүҙле, көслө ихтыярлы, кешелекле-кеселекле булды. Уға күптәр кәңәш һорап килә торғайны. Ауырып китһәк, үлән сәйе, төрлө төнәтмәләр менән беҙҙе үҙе дауаланы.
Беҙ үҫкәндә тормош шарттары еңел булманы. Бишенсе кластан күрше ауылға йөрөп уҡыныҡ. Ҡышҡы бурандар, үҙәккә үтеп инерлек әсе елдәр, епшек ҡар, ямғыр яуыуға ҡарамай, уҡыу ҡалдырманыҡ. Ғаиләбеҙҙә баланың уҡыуы төп бурыс тип иҫәпләнде. Әсәйем талапсан булды, нисек кенә эше күп булмаһын, даими уҡыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһынды, хәлдәребеҙҙе һорашып торҙо.
Беҙҙең әсәй бер ваҡытта ла буш булманы: көндөҙ эш, мал-тыуар ҡарай, кистәрен йөн иләй, бейәләй-ойоҡбаш бәйләй, кейем тегә. Ҡыҙҙарын бәләкәйҙән бәйләм, тегеү, сигеү эштәренә өйрәтте. Әсәйемдең өйҙә сағын эй ярата инек, яҡты ла, күңелле лә була торғайны. Бер кем буш ултырмай, һәр беребеҙ берәй эш менән мәшғүл булды.
Уның “Герой әсә” тигән ордены бар. Ул быға һәр яҡлап та лайыҡ. Ун балаһының һигеҙе юғары белем алды. Улар төрлө тармаҡтарҙа эшләне, әлеге мәлдә бөтәһе лә хаҡлы ялда. Үҙҙәренең балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләйҙәр, данлы ғаилә йолаларын дауам итәләр. Әсәйебеҙ менән атайыбыҙҙың беҙҙең аранан китеүенә байтаҡ йылдар үтһә лә, уларҙы һағынып, ғорурлыҡ менән иҫкә алабаҙ.