Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман, Ал ҡан менән тарих яҙылған!..15.02.2019

Үткәндәрҙе тергеҙеү, хәтер яңыртыу ғәмәле.

Быйыл Башҡорт автономияһының 100 йыллығы Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә киң билдәләнәсәк. Ошо уңайҙан бер нисә йыл рәттән гәзитебеҙҙә исемдәре автономия менән бәйле шәхестәр хаҡында яҙмалар һәм иҫтәлекле ваҡиғаға бәйле саралар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

Ғәҙеллек тантанаһы

Яңыраҡ “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ошондай яңылыҡ күҙгә салынды: “Гәрәй ырыуы вәкиле, шөһрәтле Мутиндар нәҫеленән сыҡҡан Илдархан Ибраһим улын 3 февралдә (атылған көнөндә) хөрмәтләп иҫкә аласаҡтар. Тыуған ере – Татарстандың Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылында Хәтер көнөнә әҙерлек башланды. Нефтекама йәштәр ҡоролтайы вәкилдәре Гәрәй ырыуының башҡарма комитеты рәйесе Радик Бәхтиев етәкселегендә зыяратҡа юл асырға, таҡтаташтар эргәһен ҡарҙан таҙартырға барып ҡайтты. Өмәлә Руслан Ғиләжев, Айсыуаҡ Ямалетдинов, Илнур Иҙрисов ҡатнашты. Хәтер көнөн Аҡтаныштағы Мутиндар нәҫеле һәм Башҡортостандан делегация бергә ойоштора!”
Бына бит, әүҙем йәштәр ҙә табылып тора. Хәйер, һәр эштең, ҙур ғәмәл булһынмы, бәләкәйме, башында мотлаҡ бер кеше тора. Мутиндар нәҫеленең исемен халҡыбыҙға ҡайтарыуҙа Радик Бәхтиевтең эше баһалап бөткөһөҙ. Ул иҫтәлекле таҡтаташтар асыуҙы, Гәрәй ырыуы китабын, шәхси шәжәрәләр төҙөүҙе башлап ебәреп кенә ҡалманы, ә милләттәштәребеҙгә йүнәлеш тә күрһәтте.

Кем һуң ул Илдархан Мутин? Уның хаҡында ғалим Азат Ярмуллиндың мәҡәләһенән өҙөк килтерәм. Хәйер, ул яҙма гәзитебеҙҙә баҫылып сыҡты, әммә яңынан иҫкә төшөрөп китәйек:
“Илдархан Ибраһим улы Мутин – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе. Сығышы менән төньяҡ-көнбайыш башҡорттарынан. 1888 йылдың 21 июлендә Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙенә ҡараған Үрге Таҡта­ласыҡ ауылында тыуған. Бөгөн был ауыл Татарстандың Аҡтаныш районына ҡарай. Әйткәндәй, революцияға тиклем 150 мең башҡорт йәшәгән Минзәлә өйәҙе 1920 йылда яңы төҙөлгән Татар АССР-ына бирелә. Ә алты йылдан, 1926 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, унда мең ярым ғына башҡорт теркәлә.

Илдархан Мутин башҡорт старшиналары һәм дворяндары Мутиндар нәҫеленән. Ғалим Ә. З. Әсфәндиәров яҙыуынса, был дәрәжәне улар XIX быуаттың икенсе яртыһында алған. 1900 йылда Мутиндарҙың сығышы менән дворянлыҡ хоҡуғын Сенат раҫлаған. Мутиндар династияһына XVIII быуатта йәшәгән Гәрәй улысы старшинаһы Мөтә Йәнырыҫов нигеҙ һала. Уның исеме, бәлки, Мөтиғулла булғандыр. Әммә урыҫ документтарында Мутя Янурусов тип телгә алына. Ул Таҡталасыҡ ауылында йәшәй. Ауылдың исеме уның килеп сығышы тураһында әйтеп тора. Ул Гәрәй башҡорттарының йәйләү урыны булған”, – тиелә Азат Шәкирйән улының биографик мәҡәләһендә.

Башҡорт дворяндары нәҫеленән булған шәхестең Башҡортостан автономияһын төҙөү йылдарындағы эшмәкәрлеге шулай уҡ баһалап бөткөһөҙ. Һәр кем үҙ өлкәһендә һәм дөйөм эш өсөн ҡулынан килгәнде генә түгел, килмәҫтәйҙе лә башҡарырға тырышҡан. Ҙур үҙгәрештәр мәле икәнен улар тәрән аңлаған, шуға күрә лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ошо шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү саралары ойошторола икән, былар барыһы ла – хәтер яңыртыу ғына түгел, ә тарихи ысынбарлыҡтың, дөрөҫлөктөң тантанаһы ла.

Таҡталасыҡ ауылына беҙ Радик Бәхтиев етәкселегендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, тарихсы, ғалим Азат Ярмуллин, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Илдархан Мутиндың бер туған апаһы Гөлсәмиғаның ҡыҙының ҡыҙы Людмила Бәхтиева менән бергә юлландыҡ.

Исеме халыҡҡа ҡайтһын

Бында ауыл халҡы йыйылып көтөп торған. Араларында күбеһе Мутиндар нәҫеленән, шул уҡ фамилияны йөрөтәләр. Зыяратта ҡуйылған ҡәбер таштары эргәһендә хәтер һәм ҡәҙер сараһы үтте. Унда Аҡтаныш район Советы аппараты етәксеһе Альберт Тимеров сығыш яһап, Башҡортостандан килгән делегацияны тәбрикләне, данлыҡлы Мутиндар нәҫелен иҫкә алып, ҡәҙер күрһәтеүгә рәхмәт белдерҙе. “Йышыраҡ килегеҙ! Халыҡ үҙенең тарихын, шәхестәрен белергә тейеш!” – тип тамамланы ул фекерен.

Роберт Рәйес улы Мутин – Илдархан Мутинға туған тейешле кеше. Мөтәнең улы – Тимер, уныҡы – Аҙнағол. Аҙнағолдоң улдары Ғәбдрәшит менән Ниғмәтулла була. Ғәбдрәшит – Илдархандың олатаһы, ә Ниғмәтулла – Роберт ағайҙың олатаһының олатаһы. “Нәҫелебеҙҙең затлы икәнен белә инек, әммә берәү ҙә әлегә тиклем улай ҙурлап өндәшкәне булманы. Нисектер был хаҡта һөйләүсе лә булманы ул. Шәжәрә китаптарын төҙөүселәр булғандыр инде, әммә асыҡтан-асыҡ был турала әйткән кеше юҡ ине. Белеүемсә, хатта, киреһенсә, Мутиндар нәҫеленән булыуын йәшереп йәшәнеләр”, – тине ул.

1947 йылғы Роберт ағай Ҡазан авиация институтын тамамлаған, комсомол юлламаһы буйынса 1972 йылда Кама автозаводы төҙөлөшөнә ебәрелгән. Инженерҙың хеҙмәт биографияһы бай, ул ҙур вазифаларға тәғәйенләнә, юғары наградаларға лайыҡ була. “Почет Билдәһе” ордены, миҙалдар – уның данлыҡлы нәҫелдең лайыҡлы улы икәнен күрһәтеп торған дәлил, минеңсә. Зыяратта сығыш яһағанда, ул үҙенең Мутиндарҙан булыуы менән ғорурланыуын, шул уҡ ваҡытта киң йәмәғәтселеккә исемен ҡайтарыу өсөн күп эш атҡарырға кәрәклеген дә әйтте.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, үҙ сығышында Мутиндарҙың башҡорт рухиәтендә, башҡорт сәйәсәтендә, сәнғәтендә тотҡан урынын юғары баһалап, ошо ергә, халыҡҡа рәхмәтен еткерҙе: “Бәрәкәтле төбәктә генә халҡы өсөн хеҙмәт итер ирҙәр тыуа. Таҡталасыҡ ауылы милләт яҙмышын хәл итер шәхестәрҙе биргән. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, Мутиндар!” – тине.

Тарихсы Азат Ярмуллин үҙ сығышында башҡорт дворяндарынан булған Мутиндар­ҙың бай шәжәрәле, данлыҡлы нәҫел булы­уын ҡабат иҫкә алды: “1917 йылда И. Му­тин Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә. Тиҙҙән ул милли хәрәкәт лидерҙарының береһенә әүерелә. 1917 йылдың 20–27 июлендә Ырымбурҙа үткән тәүге Башҡорт ҡоролтайында, Шәриф Манатов, Зәки Вәлидиҙәр менән бергә милли хәрәкәттең идара органы – Башҡорт үҙәк шураһының башҡарма комитетына һайла­на. Әйткәндәй, ошо осорҙа Илдархандың туғаны Ғариф Мутин да Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнаша. Ул да Башҡорт үҙәк шураһының башҡарма комитеты составына индерелә.

Ҡоролтай ҡушыуы буйынса 1917 йылдың авгусында Илдархан Мутин Зәки Вәлиди һәм Усман Ҡыуатовтар менән бергә Петроградҡа барып, Ваҡытлы хөкүмәттең ауыл хужалығы министрында булып, башҡорт халҡының ер мәсьәләһе һәм Каруанһарайҙы ҡайтарыу буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Петроградтан ҡайтҡас, Илдархан Мутин Башҡорт үҙәк шураһының хәрби эштәр буйынса бүлеген етәкләй.

Артабанғы айҙарҙа ул милли хәрәкәттең уртаһында ҡайнай. 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан автономияһын иғлан иткән тарихи акт – Башҡорт үҙәк шураһының 2-се фарманын әҙерләүҙә һәм уны иғлан итеүҙә ҡатнаша. Уның хаҡында Башҡорт автономияһына бәйле сыҡҡан китапта ентекләп яҙылды. Уҙған быуаттың 30-сы йылдар аҙағында башҡорттоң күп кенә аҫыл ир-азаматтарын һәләк иткән Сталиндың золом тәгәрмәсе Илдархан Ибраһим улы Мутинды ла аямай. Ул СССР Юғары Советының хәрби коллегияһы ҡарары менән 1938 йылдың 3 февралендә атыла. Тап ошо сәбәпле беҙ һеҙҙең ерҙә баҫып торабыҙ ҙа инде”. Азат Шәкирйән улы, шулай уҡ Мутиндар нәҫеленән булған аҫыл ир-егеттәрҙең һәр береһенең исемен телгә алып, доға ҡылды. Әруахтар өсөн яҡты хәтерҙән һәм доғанан башҡа бер ни ҙә кәрәк түгел, тиелә изге китапта.

Архивтарҙан күберәкте һөйләр төбәк

Артабан сара Таҡталасыҡ мәҙәниәт йортонда дауам итте. Унда атаҡлы артист Мөхтәр Мутинға арнап күргәҙмә эшләнгән. Шулай уҡ иғтибарҙы йәлеп итеп нәҫелдәренең ҙур шәжәрәһе тора.

Мөхтәр Исхаҡ улы Мутин 1886 йылдың 25 декабрендә Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улысының (хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы) Таҡталасыҡ ауылында тыуған. Сығышы менән башҡорт дворяндары нәҫеленән Мутиндар. Үҙ ҡулы менән 1926 йылда тултырылған анкетала милләтен башҡорт тип күрһәткән, ә репрессия документында татар тип яҙылған.
Хеҙмәт юлын да ул Башҡортостан ерендә башлап ебәрә. 1902 йылда Бәләбәй ҡала урыҫ училищеһын тамамлай. 1906 – 1908 йылдарҙа Өфө ҡала­һында Ырымбур мосолман диниә назаратында бухгалтер булып эшләп ала, “Ғәлиә” мәҙрәсәһе шәкерттәре менән спектаклдәр ойоштор­ғаны өсөн вазифа­һынан ҡыуыла.

1908 йылдан антреприз спектаклдә­рендә уйнай башлай. 1910 йылдан Ҡудашев-Ашҡаҙарскийҙың “Сәйәр”, 1912 йылдан – Ғиззәтуллина-Волжскаяның “Нур”, 1915 йылдан – Мортазин-Иманскийҙың “Ширҡәт” театр труппалары составында сығыш яһай. Шундай данлыҡлы шәхестәр менән бергә ижад итеп, үҙе лә театр сәнғәтенең иң ҙур ҡаҙаныштарына өлгәшә артист. Тик золом машинаһы уны ла аямай. Ун йылға иркенән мәхрүм ителгән артист бик ауыр шарттарҙа Магаданда һәләк була. Әммә уның ижади ҡаһарманлығы хаҡында Башҡортостанда ла, Татарстанда ла яҡшы хәтерләйҙәр. Ғалимә Гөлсәсәк Саламатова фажиғәле яҙмыш кисергән мәшһүр актерҙың биографияһын өйрәнеп, мәҡәлә лә яҙҙы. Әйткәндәй, бынан ике йыл элек Аҡтанышта уҙған сарала ул тап Мөхтәр Мутин тураһында доклад менән сығыш яһағайны.

Мәҙәниәт йорто эргәһендә китапхана ла бар. Уға Дилария Ғайсина етәкселек итә. Ул – тыуған яҡты, шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар биргән, башҡорт дворяндары Мутиндарҙың исемен халыҡҡа ҡайтарыу өсөн күп эш атҡарған замандаштарыбыҙҙың береһе. Үҙе лә Мутиндар нәҫеленән бит ул!

Таҡталасыҡ мәктәбенә беҙҙе директор Алмас Хажиев алып барҙы. Унда шулай уҡ Мөхтәр Мутинға арналған стендтар, төбәктә табылған ҡомартҡылар тора. Белем усағы бөхтәлеге, бай мәғлүмәтле музейы менән иғтибарҙы йәлеп итте.
Эй, Аҡтаныш!
Яҡты һинең асман!
Ал ҡан менән тарих яҙылған.
Архивтарҙан күберәкте һөйләр
Ярҙарынан ташҡан был йылғаң.

2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үтәсәген иҫәпкә алғанда, сит өл­кәләрҙә, төбәктәрҙә йәшәгән милләттәш­тәребеҙгә беҙҙең сәфәрҙәр йышыраҡ булырға тейеш. Ә вәхшиҙәрсә атылған көнөндә Илдархан Мутинды иҫкә алып, Мутиндар нәҫеле менән осрашып ҡайтыу – ул был быуатта милли тарихыбыҙҙы тергеҙеү, хәтер яңыртыу ғәмәле.


Вернуться назад