“Мине тупаҫлыҡта ғәйепләйҙәр”15.02.2019
Сибай мэры Рөстәм Афзалов ил Президенты Владимир Путинға ҡалалағы экологик хәлгә бәйле видеомөрәжәғәттән һуң урындағы халыҡ менән аралашҡанда әйткән һүҙҙәренә аңлатма бирҙе.

– Мине Сибайҙағы экологик хәлде файҙаланып, үҙҙәрен танытырға теләгән кешеләргә ҡарата тупаҫлыҡта ғәйепләйҙәр. Аҡланып тормайым, асылда нисек булғанын үҙегеҙ күрегеҙ, – тип яҙған ҡала башлығы һәм граждандар менән осрашыуы тураһындағы видеояҙманы беркеткән.
Баҡтиһәң, Рөстәм Афзалов тәҡит һүҙҙәрен видеомөрәжәғәттең инициаторы – Баймаҡта йәшәгән иргә төбәп әйткән. Сибай мэры әйтеүенсә, үҙен хоҡуҡ яҡлаусы тип йөрөгән кеше “ҡатынына даими ҡул күтәрә һәм биш тапҡыр суд хөкөмөнә тарттырылған”.





Вернуться назад