“Күлдәктә тыуған” малай өйҙә!15.02.2019
31 декабрҙә Магнитогорск ҡалаһындағы торлаҡ йорттоң шартлауы һаман онотолмай. Унда 39 кеше һәләк булғайны. Бер нисәүҙе ҡотҡарҙылар. Улар араһында 10 айлыҡ Ваня Фокин да бар ине.

25 градуслыҡ һыуыҡта емереклектәр аҫтында тәүлек ярым ятҡан сабыйҙы Мәскәүгә дауаланырға ебәрҙеләр. Бөгөн ул өйгә ҡайтты. Самолетта осош ваҡытында малайҙы әсәһе һәм реаниматолог оҙатып барҙы. Таңғы сәғәт 6-ла Магнитогорск аэропортында ла уны табиптар ҡаршы алды.

Фокиндар элек йәшәгән урындарынан алыҫ түгел биш ҡатлы йортта фатир алған. Әммә унда ҡайтмай, өләсәйҙәренә барасаҡтар, сөнки яңы торлаҡта йорт йыһаздары юҡ әле.

Хәҙер Ваняның сәләмәтлегенә хәүеф янамай, хатта өшөп, зыян күргән аяғын да ҡырҡмай һаҡлап алып ҡала алдылар.

Ә иртәгә “күлдәктә тыуған” малайға бер йәш тула. Уны ҡотларға туғандары һәм яҡындары ғына түгел, ә табиптар, ҡотҡарыусылар, хоккейсылар ҙа киләсәк. Бәлки, һаулыҡ һаҡлау министры ла сәй эсергә инер...




Вернуться назад