Ҡайҙа хеҙмәт иткәнен бер кем белмәй15.02.2019

Янтовтар ғаиләһе – татыу, матур йәшәү үрнәге.

Баймаҡ районының Ғүмәр ауылында йәшәгән Гүзәл менән Айрат Янтовтар – ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙерләгән, боронғо йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лайыҡлы дауам иткән, үҙ-ара мөнәсәбәттәргә һаҡсыл ҡараған, ҡәйнә һәм килен араһындағы татыулыҡты күптәргә өлгө итеп раҫлаған матур парҙарҙың береһе.

Гүзәл Вәкил ҡыҙы ҡырҡ йылға яҡын ҡәйнәһе Зөлхизә Янтова менән татыу ғүмер кисерә. Улар оҙаҡ йылдар бергә йәшәп, бер-береһе менән әхирәт һәм серҙәш булып та бөткән.

Зөлхизә Хәлил ҡыҙы, 85 йәше тулыуға ҡарамаҫтан, бик теремек инәй. Бөткән ауылдар исемлеген тулыландырған Ғәбсәләм ауылында донъяға килә, 1955 йылдан Ғүмәрҙә йәшәй. Күрше Йәрмөхәмәт ауылы егете Сәлих Янтовҡа кейәүгә сығып, ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Тормош иптәше менән бергә булған ҡырҡ йыл ғүмер күҙ асып йомған кеүек уҙҙы,ти ул. Шуға ла йәштәргә тор­мош­тоң ҡәҙерен белегеҙ, тип кәңәш бирә.

– Килен ҡәйнә тупрағынан, тигән­дәй, үҙем дә ҡәйнә менән йәшәнем, әле килен менән торам. Күптәр ҡәйнә менән бергә тороуҙы өнәп етмәй, имеш, йәштәргә үҙаллы донъя көтөргә ҡамасаулыҡ итмәҫкә кәрәк. Бер бөртөк улымдың кәлә­шенә нисек итеп ауыр һүҙ әйтергә мөмкин? Уны бит ул яратып алған. Үҙ-ара татыу булһалар, шул миңә иң ҙур бәхет, – ти ағинәй.

Ғаилә башлығы Айрат Сәлих улына әсәһе менән ҡатыны ара­һындағы үҙ-ара йылы мөнәсәбәтте тойоу ике­лә­тә шатлыҡ, сөнки күп ғаиләләрҙә тап ыҙғыш ошо юҫыҡта башланыуы бер кемгә лә сер түгел. Әйткәндәй, ул 1979 – 1980 йылдарҙа Афған­станда хеҙмәт итә. Әрмегә саҡ алын­ған егеттәрҙе бер йылдан ашыу Украинала хәрби әҙерлектә тот­ҡандан һуң, ҡайҙа ебәреүҙәрен дә әйтмәйенсә, эшелондарға тейәп, Үзбәкстандың Термез ҡалаһына оҙаталар. Ун туғыҙҙары саҡ тулған йәш һалдаттар күңелдәре менән ҡай­ҙа йүнәлеүҙәрен аңлай, әммә берәү­ҙең дә дөрөҫөн әйтергә батыр­сылығы етмәй. Заманы шулай була: өйгә хат яҙыу, ҡайҙа икәнле­геңде белдереү – хәрби антты боҙоуға тиң осор.

80-се йылдың йәйендә, әрме хеҙмәтен тултырып, Айрат Сәлих улы тыуған яҡтарына ҡайта. Ауылдаштары ғына түгел, хатта туған­дарының күбеһе уның ҡайҙа хеҙмәт иткәнен белмәй. Бер нисә йылдан һуң ғына төпкөл ауылда Афғанстан яуын үткән һалдат барлығы асыҡлана.

Хәҙер ул – мәктәптәрҙә көтөп алынған ҡунаҡтарҙың береһе, уҡытыусылар Батырлыҡ дәрестәрен үткәргәндә уны һәр саҡ саҡыра. Афған ветераны үҙе хеҙмәт иткән осорҙағы хәлдәрҙе йәштәргә һөйләй. Үҙ йөрәге аша кисермәгән, Афған яуын уҙмаған кеше был һуғыштың ни тиклем аяуһыҙ булыуын аңламай ҙа, белмәй ҙә. Шуға күрә ул йыл­дарҙы хәтерләгәндә, кисәге һал­даттың күҙендә йәш тамсылары күренеүен дә, ирененең дерелдәүен дә аңларға мөмкин. Тик бер уй ғына тынысландыра кисәге һалдатты: янында уны аңлаған яҡындары, ҡәҙерле кешеләре бар. Өс балаһы – өс терәге, ғүмеренең дауамы, тормош ҡыуанысы һәм бәхете. Ә инде дүрт ейән-ейәнсәре – балдан татлы ғәзиз йәне.


Вернуться назад