Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға – 30 йыл.Сәрүәр Хәмиҙуллин Учалы районының Сәфәр ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа. Миңә уның ата-әсәһе ҡулында белем алыу бәхете тейҙе. Рафаэль ағайҙың онотолмаҫ, фәһемле, ҡыҙыҡлы дәрестәре, талғын, тыныс тауышы әле лә ҡолаҡ төбөндә ишетелгәндәй. Уны беҙ, уҡыусылары, ныҡ хөрмәт иттек. Ә Хәлиҙә апай беҙҙең класс етәксеһе булды. Тынғыһыҙ, талапсан һәм яуаплы уҡытыусы ине. Беҙҙең менән ниндәй генә саралар үткәрмәне.
Афған тауҙарына илткән юлБына ошондай ғаиләлә тыуып үҫә лә инде беҙҙең Сәрүәр. Ул Сәфәр урта мәктәбен тамамлай. Бала саҡтан спорттың байтаҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп, гел призлы урындар яулай. Мәктәптең хоккей командаһында иң яҡшы уйынсыларҙың береһе була. Бынан тыш, йүгереү, һикереү, волейбол, футбол, баскетбол уйнарға ла ярата үҫмер. Киләсәген спортһыҙ күҙ алдына ла килтермәгән малай дәрестән һуң үҙенә йөкмәтелгән өй эштәрен атҡара ла ҡаршылағы Ҡалмаҡар тауының маяғына тиклем йүгерер була. Һәр ярышта еңеү яулаған үҫмер: “Их, үҙемдең тәғәйен генә тренерым булһа ине”, – тип хыяллана.
Сәрүәр гитарала уйнарға ла өйрәнә, сығыштарын яратып тыңлайҙар. Шуға ла мәктәптә генә уҡыуына ҡарамаҫтан, уны ауыл клубына художество етәксеһе итеп ҡуялар.
Йәмәғәт тормошонда ҡайнап, ихлас күңелдән ҡатнашып йөрөгән егетте армия сафына саҡыралар. 1985 йылдың 17 октябрендә Сәфәр ауылы халҡы класташтар Илшат Нуретдиновты, Вадим Мотаһаровты, Рәфис Мөхәмәтйәновты, Рәил Ҡасимовты (мәрхүм), Әлим Моратшинды (мәрхүм) хеҙмәткә оҙатып ҡала.
Егеттәр Учалы – Күмертау поезына ултырып, Өфөгә килеп төшә. Унда медицина комиссияһы үткәс, бер нисә көндән Ҡазанға ебәреләләр. Алты класташтың дүртеһе Афғанстанға эләгә. Рәфис Мөхәмәтйәновты, өс ай хәрби күнекмә үткәс, Афғанстандың Пули-Хумри ҡалаһына оҙаталар. Рәфис юл-комендант ғәскәренә тәғәйенләнә. Вадим Мотаһаров Төркмәнстанда хәрби әҙерлек үткәс, 1986 йылдың 6 февраленән Афғанстанда водитель булып хеҙмәт итә. Илшат Нуретдиновты тоҫҡаусы һөнәренә уҡыталар һәм 1986 йылдың ғинуарында Афғанстанға оҙаталар, ул артиллерия полкына эләгә.
Илшат менән Сәрүәр күрше булып үҫә, улар Төркмәнстандың Иолатань ҡалаһында башҡаларға ҡарағанда бер көнгә оҙағыраҡҡа тотҡарлана. Иртәгәһенә уларҙан бер нисә көнгә һуңлап хеҙмәткә алынған аймаҡташтары Ринат Тайыпов менән саҡ ҡына маңлайға-маңлай бәрелешмәйҙәр. Ул Сәрүәргә: “Атайың үлеп ҡалды, ерләнеләр”, – тип хәбәр һала. Донъяла иң яратҡан, яҡын кешеһенең вафаты хаҡында ишеткәс, ун һигеҙ йәшлек егет сүгеп барып ултыра, күҙенән атылып сыҡҡан йәшен еңе менән һыпыра. Бына шундай ауыр ҡайғы менән башлана уның һалдат тормошо.
Сәрүәр Иолатандән 30 саҡрым йыраҡлыҡта ятҡан Килета районында өс ай тауҙарҙағы хеҙмәт күнекмәһе үтә. Буржуйкалар яғып йылытылған палаткаларҙа йәшәйҙәр. Егеттәр үҙҙәрен Афғанстандағы һуғышҡа әҙерләүҙәрен яҡшы аңлай. Һәм бына уларҙы самолетта – Ҡабулға, артабан Джелалабадҡа ебәрәләр.
“Әсирлеккә төшөргә ярамай…” Сәрүәр 66-сы бригаданың десант-һөжүм разведка ротаһының 93992 “Ф” хәрби часына эләгә. Улар, тау-таш аша үтеп, Марульгад районына сыға. Тау башында йәшәйҙәр, аҙыҡты вертолеттан ташлап торалар. Шулай ҙа һыуһаған, асыҡҡан саҡтары байтаҡ була. Джелалабад тирәләй бер ваҡытта ла һуғыш тынмай, әле бында, әле тегендә атыш, шартлау тауыштары яңғырап тора.
Афғанстанда хеҙмәт иткән егеттәр күп нәмәне иҫтәренә төшөрөргә яратмай. Сәрүәргә лә һөйләү, хәтерләү үтә лә ауыр. “Беҙ геройҙар түгел, хәрби бурысыбыҙҙы үтәнек”, – тип кенә ҡуйҙы ул. Шулай ҙа 1986 йылдың октябрь айында булған хәлде һөйләне.
Ул көндә иртүк тирә-яҡты байҡап килергә әҙерләнәләр, әммә йыйылып сығыуҙарына “дух”тар пулеметтарҙан көслө ут менән ҡаршылай. Кемдер ҡалған иптәштәрен уятырға йүгерә, ҡалғандар, таштар артына йәшеренеп, ҡаршы ут аса. Яраланған рота командиры, өлкән лейтенант Анатолий Опеко тарлауыҡҡа ҡолай. Сәрүәр уны ҡотҡарам тип артынан төшә, әммә дошмандар егетте утлы ҡурғаш менән ҡойондора. Шуға ҡарамаҫтан, ул командирының үле кәүҙәһен алып сыға. Байтаҡ ҡан ҡойоштан һуң, егеттәр һөжүмгә күтәрелә, шул саҡ “дух”тар ҡорған миналарға эләгеп дүрт егет һәләк була.
Сәрүәрҙең дуҫы, радист Юрий Ҡорбанов (Мәсетле районы егете) ҡаты яралана, яҡтыртып осоусы пуля эләкһә лә, тере ҡала.
Әйткәндәй, хеҙмәттән ҡайтҡас, Сәрүәр дуҫы менән Өфөлә осраша. Уның ике ҡыҙы тыуғанын ишетеп шатлана. Юра һаулығы юҡлығы тураһында һүҙ ыңғайы ғына әйтеп ҡуя. Баҡһаң, операция ваҡытында уның эсәктәре араһында марля киҫәге тороп ҡалған була. Афғанстандан иҫән ҡайтһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ йәшәмәй… Байтаҡ егеттәр ҡулһыҙ, аяҡһыҙ ҡала. Сергей Глушко протезда ҡайта, Сергей Самоновский тома һуҡыр ҡала, аяғын юғалта. Ярҙамға килгән вертолеттарға дошмандар ергә төшөргә ирек бирмәй, уларға ҡаршы ата.
Сәрүәр ҡапыл үҙенең хәлһеҙләнгәнен тоя, башын түбән эйһә, салбарынан һарҡып торған ҡанды күрә, ҡулбашының һыҙлаған урынын ҡулы менән баҫа, тик шунда ғына үҙенең ике урындан яраланғанын аңлай. Пулеметын иптәшенең автоматына алмаштыра ла тағы алға йүгерә. Атыша торғас, хәлһеҙләнгән егет үҙенең өс кенә патроны ҡалғанын күрә. “Нисек кенә булмаһын, әсирлеккә төшөргә ярамай”, – тип уйлап, ике яғына ике граната һала…
Алыш баҫылып, вертолеттар төшкәнсә, бер нисә егет күп ҡан юғалтыуҙан һәләк була. Учалы егете Радик Сөнәғәтуллин менән осрашҡанда: “Үҙем тураһында бер нимә лә һөйләмәйем, ә бына һеҙҙең ауылдашығыҙ Сәрүәр тураһында әйтәм: шәп егет, мин уны үҙ ҡулдарым менән күтәреп, ауыр хәлдә вертолетҡа индереп һалдым”, – тине. Радик Джелалабадта медицина хеҙмәткәре булып хеҙмәт итә. Уның да үҙ иңенән үткәргәндәрен күҙ алдына килтереү ҡыйын түгелдер.
Сәрүәр госпиталдә ятып, йүнәлеп сыҡҡас, үҙенең изге бурысын үтәр өсөн яңынан тауҙарға артыла. Йыш ҡына разведкаға йөрөгән егеттәр төрлө сетерекле хәлдәргә осрай. Бер саҡ ҡаялар аша китеп барғанда, ҡаршыһына дошмандар килеп сыға, атайым тиһә, пулеметы эшләмәй ҙә ҡуя.
Ярай әле иптәштәре уның ҡоралының боҙоҡлоғон һиҙеп ҡала. Пулеметты алмаштырып, тирә-яҡты күҙәтергә сыҡҡанда ике “дух” менән йөҙгә-йөҙ бәрелешә. Был юлы пулеметының саҡма һуҡҡысы эшләмәй ҙә ҡуя. Ауыр хәлдә спорт менән ныҡлап шөғөлләнеүе, һиҙгерлеге, хәрби зирәклеге ярҙам итә. Пулемет төйҙәһе менән береһен ауҙара һуға, ҡурҡып йүгергән икенсеһен барып эләктереп, ике “тел” алып ҡайта.
Сәрүәрҙе ротала иптәштәре ифрат ихтирам итә. Аҙ ғына буш ваҡыттары булһа, егеттәрҙе каратэ алымдарына өйрәтә йә иһә гитарала уйнап күңелдәрен күтәрә.
1987 йылдың ноябрендә Хәмиҙуллин һуғыштан әйләнеп ҡайта. Яраланған, контузия алған егет ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. Ул инде – ябай һалдат түгел, ә өлкән сержант.
28 йыл элек яҙылған хаттар Ҡайтҡанда юлы Өфө аша үтә. Институт бөтөп эшләп йөрөгән апайҙары Фиалка, Роза, Лариса менән осрашып күңеле була. Күмертау – Учалы поезына ултырып, тыуған ауылында төшөп ҡала. Ҡаршыһына үҙенең уҡыусылары менән күҙ йәшенә мансылған әсәһенең ашығып йүгереп килгәнен күреп, йөрәге өҙөлөп төшкәндәй була. Егет тә күҙ йәшен йәшермәй.
Сәрүәр бер аҙ ял итеп алғас, Үрге Урал ҡалаһында машина йөрөтөүсегә уҡый, икенсе йыл көҙөн Силәбе дәүләт педагогия институтының физкультура бүлегенә уҡырға инә. Интернациональ бурысын үтәп ҡайтҡан егет өсөн армия хеҙмәте бөтмәй әле, 1992 йылдың аҙағында Силәбе хәрби комиссариатында Абхазия менән Грузияның ҡораллы бәрелешенә ебәреү ихтималлығын белдереп, саҡырыу көтөргә ҡушалар...
Институтты уңышлы тамамлап, Сәрүәр Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан Адлер ҡалаһына күсә, “Афғанстрой” фирмаһын ойоштора, бында ла спортты ташламай. Афғанда, Абхазияла һәләк булғандарҙың ата-әсәләренә ярҙам итәләр, концерттар ойошторалар, һәйкәлдәр ҡуялар һәм башҡа изге эштәр башҡаралар. Ҡатыны Альбина менән ҡыҙ үҫтерәләр.
2008 йылда әсәһе Хәлиҙә апай яҡты донъяны ҡалдыра. 2014 йылдың 15 февралендә Сәрүәр үлемесле һуғыш һынауҙарын үткәндә бер туғанға әйләнгән яҡын дуҫтарының береһен юғалта. Был көндә уның хеҙмәттәштәрен взвод командиры Игорь Ремцов Одессала туплай. Күҙ йәштәре, иҫкә алыу, хәтирәләр, уфтаныуҙар…
Сәрүәргә командирҙары әсәһенең егерме һигеҙ йыл элек яҙған ике хатын тапшыра. Балаһының күңелен уйлаған әсә тәүге хатында: “...атаһы ҡаты ауырыуҙан һуң 29 октябрҙә мәрхүм булды. “Улыбыҙҙы мине ерләргә саҡырма, ҡабат китеүе ауыр булыр”, – тине ул. Һеҙҙән үтенеп һорайым, Сәрүәргә ипләп кенә ошо ауыр хәбәрҙе еткерегеҙ инде, уны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ...” – тип яҙа. Ә икенсе хатында интернациональ бурысын үтәгән бар егеттәрҙең әсәләре исеменән уларға һаулыҡ, тыуған йорттарына имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләй һәм, улын тыуған көнө айҡанлы ҡотлап, шулай уҡ хеҙмәттәштәренә арнап, берәй йыр бүләк итеүҙәрен һорай.
Сәрүәр Рафаэль улы, уларҙы уҡып, атаһы менән әсәһенең тауышын ишеткәндәй була. Тыуған өйө, атаһы, әсәһе күҙ алдына килеп баҫа. Хаттарҙы тотоп, бер аҙға шаңҡып ҡала һәм: “Ниңә һеҙ быларҙы ваҡытында бирмәнегеҙ?” – тип һорай.
– Һиңә ул саҡта ун һигеҙ генә йәш ине бит, ә хәҙер ҡырҡ ете тула, ана сәстәреңә лә сал төшкән, – тип командиры уны күкрәгенә ҡыҫа.
…Батыр хеҙмәте өсөн Сәрүәрҙе орденға тәҡдим итәләр, әммә ул ниндәйҙер сәбәп менән әлегәсә тапшырылмаған. Юғарыла әйтелгән “Батырлыҡ өсөн” миҙалдарынан тыш, Хәмиҙуллин юбилей миҙалдары һәм “Фиҙакәр хәрби хеҙмәте өсөн” билдәһе, Оборона министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән дә бүләкләнгән. Уның күкрәген “Әүҙем хәрби-патриотик хеҙмәте өсөн”, Абхаз Республикаһы Оборона министрлығының “Абхазияла тыныслыҡ һаҡлаусы” юбилей миҙалдары һәм ике тиҫтәгә яҡын башҡа наградалар ҙа биҙәй.