Радий Хәбиров республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы булараҡ тәүге эш сәфәрен Әбйәлил районының Байым ауылы хакимиәтенә ҡараған ауылдар тормошо менән танышыуҙан башлағайны. Шул саҡта төбәк етәксеһе юлдарҙың насарлығын күреп, мәсьәләне хәл итеү кәрәклеген билдәләне.
Яңыраҡ Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов үҙенең сәхифәһендә яҡшы хәбәр менән уртаҡлашты:
– Өфөнән ҡайтып киләм. Көслө ҡар, буран! Етмәһә, һалҡын алдырҙым, ауырыйым. Әммә кәңәшмәне ҡалдырыу мөмкин түгел ине, сөнки унда район өсөн мөһим мәсьәлә тикшерелде – Байым ауылына юл төҙөү. Барыһы ла һөйләшелгәнсә барһа, юлды быйыл уҡ төҙөйәсәкбеҙ. Республика Хөкүмәтендәге хеҙмәттәштәргә рәхмәт!