“Инереңдән алда сығырыңды уйла!”15.02.2019
Шулай ти башҡорт халыҡ әйтеме. Был тәбиғәт байлыҡтарынан законһыҙ файҙаланыу, алданған өлөшсөләр һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү мәсьәләләренә лә туранан-тура ҡағыла. Әммә шуныһы: ошо өс проблема ла Рәсәйҙең капиталистик ҡоролошҡа әҙерлекһеҙ яңынан аяҡ баҫыуына бәйле һәм уларҙы күнегелгән ысулдар менән генә хәл итеп булмаясаҡ.

Аҡмаһа ла, тамыр ине

Ошо көндәрҙә Ҡариҙел район-ара судында законһыҙ ағас ҡырҡҡан өсөн 44 йәшлек эшҡы­уарҙы ике йыл ярымға иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарылды. Башҡортостан Прокуратураһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ир ун гектар ерҙә ҡороған ағастарҙы ҡырҡыуға рөхсәт алған, әммә килешеүҙе боҙоп, үҫеп ултырған 84 шыршыны һәм 15 ҡарағасты ауҙара, үҙенең таҡта ярыу цехына килтерә. Суд ҡарары нигеҙендә уның моторлы бысҡыһы һәм тракторы тартып алына, сөнки эшҡыуар ошондай ҡылығы өсөн быға тиклем дә яуаплылыҡҡа тарттырылған икән.

Тәртип йәки закон, ғәҙәттә, билдәле ерлектә, уның өсөн шарттар булған саҡта боҙола. Ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡтарынан законһыҙ файҙаланыуҙың социаль, финанс ерлектәре бар. Мәҫәлән, сирек быуат элек кенә ошо киңлектәрҙә хөкөм һөргән Советтар Союзында бөтә байлыҡ, шул иҫәптән ҡаҙылма байлыҡ та халыҡтыҡы иҫәпләнде, һәм кеше теләгән урында ағас ҡырҡа, балыҡ тота, шулай уҡ ҡаҙылма байлыҡ эҙләү менән шөғөлләнә алды. Әлбиттә, сикләнгән күләмдә.

Проблеманың финанс яғы, һис шикһеҙ, анһат юл менән аҡса эшләүгә ҡайтып ҡала. Был закон­һыҙ күренешкә яза биреү юлы менән генә сик ҡуйырға ынтылыу стенаға борсаҡ бәреүгә тиң. Шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡтың ҡасандыр ата-бабалары хужа булған урманда ағас ҡырҡыу кеүек хоҡуҡтан мәхрүм ителеүен дә, моғайын, дөрөҫ күренешкә һанап булмайҙыр. Был йәһәттән йоғон­толо тәртип урынлаштырыуҙы, һис шикһеҙ, урындағы үҙидара ҡара­мағына тапшырыу отошлораҡ. Үҙҙәре көн иткән мөхиттәге бай­лыҡтан урындағы халыҡ та файҙа күрһен өсөн унан файҙаланған ойошмаларҙан рента түләтеүҙе яйға һалыу ҙа ҡамасауламаҫ. Аҡмаһа ла тамған сығанаҡҡа һаҡсыл мөнәсәбәт – урындағы халыҡ мәнфәғәтендә. Был йәһәттән ыңғай өлгө лә бар, мәҫәлән, батша Рәсәйендә башҡорт ерҙәрендә алтын сығарыу менән әүҙем шөғөл­ләнгән Рәмиевтәр яҡын-тирәләге ауылдарға ерҙәрен файҙаланған өсөн аҡсалата түләгән бит.

Торлаҡты, бәлки, ҡуртымға?..

Алданған өлөшсөләр пробле­маһы капитализмдың хәҙерге үҫеш стадияһына айырыуса хас граждандар йәмғиәтенең һәм уның айырылғыһыҙ өлөшө булған кеше хоҡуҡтарының ҡайһы бер төҙөлөш ойошмалары тарафынан һанға һуғылмауы, был йәһәттән хоҡуҡ һәм финанс мәҙәниәтенең түбән­леге хаҡында һөйләй. Ғәмәлдә иһә был көсөргәнешлек торлаҡ мәсьә­ләһендә бер ниндәй тәжрибәһе булмаған, тейешле хоҡуҡи механизмдар менән тәьмин ителмәгән баҙар ысулын ҡулла­нырға мата­шыуға бәйле. Ә бит был юлды һайлаған ойошма етәкселәре һәм белгестәренең Көнбайыш илдә­рендә киң таралыу алған торлаҡты ҡуртымға биреү кеүек алымдың отошлораҡ икәнлеген белергә тейеш ине. Мәҫәлән, Германияла йәшәгән немецтарҙың өстән ике өлөшө самаһы торлаҡты һатып алырға ынтылмай, ҡуртымға алған торлаҡта тыныс ҡына ҡартайыуҙы ҡулайлыраҡ һанай.

90-сы йылдарҙағы киң күләмле реформалар башланғанда, ҡайһы бер төҙөлөш ойошмаларының торлаҡ проблемаһын сифат буйынса яңы һәм уңайлы кимәлдә хәл итеү юлына баҫып, торлаҡ баҙары булдырыу сараһын күреүе өсөн мөмкинлектәре бар ине. Ләкин халыҡ­тың мәнфәғәтен артҡы планға ҡуйып, торлаҡты һатып биреү ысулы эшкә ҡушылды һәм, әлбиттә, алданған өлөшсөләр проблемаһын тыуҙырҙы. Ә бит был йәмһеҙ һәм йәмғиәтебеҙҙең баһаһын төшөргән хәл-күренеш ауыл ерендә халыҡтың күпләп кәмеүе менән рәттән бара.

Шул уҡ ваҡытта проблеманың уңайлы сиселеш табыуы өсөн ниндәйҙер шарттар барлыҡҡа килеүе хаҡында ла һүҙ алып барырға нигеҙ юҡ. Киреһенсә, “Росреестр”ҙың Башҡортостандағы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыу буйынса 22 мең кеше килешеү төҙөгән. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, 28 процентҡа күберәк, алдағы йылдарҙа прокуратура һәм суд органдары тупһаларын тапарға мәжбүр булғандарҙың кәмемәү ихтималы хаҡында һөйләй.

Санитария полицияһы? Шәп булыр ине!

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары – Ватан тарихында артта ҡалған традициялары менән хәтерҙә ҡала торған проблемаларҙан, сөнки бөтмәҫ-төкәнмәҫ сеймал өҫтөндә ултырған күп милләтле халҡы­быҙҙың көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйып һәм эшкәртеп икенсегә файҙаланыу кеүек ихтыяжы бер ҡасан да булманы. Был — мәсьәләнең бер яғы, уның көнкү­реш ҡалдыҡтарын теләһә ҡайҙа ташлау кеүек икенсе яғы ла юҡ түгел. Мәҫәлән, ҡыш үтеп, ер өҫтө ҡарҙан әрселеү менән Өфөнөң һәр тарафында бихисап сүп-сарҙың сәселеп ятыуы хәҙер бер кемдә лә ғәжәпләнеү тойғоһо уятмай.
Дөрөҫ, элекке Советтар Союзында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары әлеге ише мәшәҡәттәр тыуҙырмай ине, сөнки, беренсенән, ул саҡтарҙа тауарҙы хәҙерге кеүек төрлө ҡумталарға, һауыттарға һалып биреү традицияһы булманы. Һуңғы йылдарҙа ҡалаларҙа халыҡтың йылдам артыуы ла проблеманы көсәйтте. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Мирхәй­ҙәр Фәтхуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл республиканың төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсы­ғыш һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ­тарын урынлаштырыу өсөн полигондар, 26 ҡалдыҡтарҙы сортҡа айырыу һәм 48 бушатыу пункты төҙөү ҡарала.

Көнкүреш ҡалдыҡтарын утил­ләштереүгә бәйле мәсьәлә өр-яңы һәм һөҙөмтәле сиселештәргә мохтаж. Сүп-сарҙы теләһә ҡайҙа, шул иҫәптән урамда ла ташлап китеү кеүек тәртипһеҙлекте бөтөрөү өсөн, санитария полицияһы ойоштороу маҡсатҡа ярашлы булмаҫ инеме икән? Был осраҡта төрлө рейдтар, ә яҙын тирә-яҡ мөхитте сүп-сарҙан таҙартыу өсөн өмәләр ойоштороу зарурлығы ла юҡҡа сығыр ине. Әлбиттә, халыҡта үҙе көн иткән мөхиткә тейешенсә мөнәсәбәт тәрбиәләүҙә пропаганда алымдарынан да отошлоһо юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы эшкә ҡушыу традицияһы элекке СССР менән тарихҡа китеп барҙы шикелле.


Вернуться назад