Ғинуар аҙағында һорағайнылар14.02.2019
Стәрлетамаҡтың 1-се клиник дауаханаһына ҡатмарлы нейрохирургик операциялар эшләү өсөн февраль аҙағында юғары технологиялы “С-дуга” ҡоролмаһы алынасаҡ.

Медицина учреждениеһында быға тиклем ундай аппарат булған, әммә хәҙер инде сафтан сыҡҡан.

“Беҙ ҡаланыҡыларҙы ғына түгел, республиканың көньяғында йәшәгән барлыҡ халыҡты ҡабул итәбеҙ, – ти дауахананың нейрохирургия бүлеге мөдире Эдгар Һаҙыев (фотоһүрәттә). – Ундай операциялар йыш үткәрелә, тимәк, яңы аппарат тулыһынса эшкә егеләсәк”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ғинуар аҙағында республика етәксеһе Радий Хәбировҡа Стәрлетамаҡ дауаханаһына ошондай ҡыйбатлы медицина техникаһы (уртаса хаҡы – 10 миллион һум) алыу кәрәклеге тураһында мөрәжәғәт булғайны. Мәсьәлә ике аҙна тирәһе ваҡытта хәл ителде.


Вернуться назад