Бөгөн, Ғашиҡтар көнөндә, Башҡортостанда 108 пар мөнәсәбәтен рәсмиләштергән. Уларҙың 48-е – баш ҡаланан.“Өфөнөң Калинин районы был йәһәттән беренсе урында: ундағы ЗАГС бүлексәләрендә 15 никах теркәлде, – тип хәбәр иттеләр республиканың Юстиция буйынса дәүләт комитетында. – Икенсе урында – Киров (14 никах), өсөнсөлә Совет (8 никах) райондары. Республика буйынса алғанда, беренселек – Стәрлетамаҡта, унда һигеҙ пар өйләнеште”.
Ғашиҡтар өҫтөнлөк биргән киләһе матур дата – 19.02.2019. Ул көнгә республика ЗАГС бүлексәләренә 43 ғариза бирелгән.