Ул беҙҙең ауылдарға килһә...14.02.2019
Күсмә медицина комплексы – Новгород өлкәһе хөкүмәте һәм “ПМК-МЕДЭК” сәнәғәт медицина компанияһының пилот проекты. Рәсәй инвестиция форумы барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо комплекстың мөмкинлектәре менән танышты.

Новгород өлкәһе губернаторы Андрей Никитин был ҡоролманың ауылда йәшәгәндәргә махсуслаштырылған бөтөн төр медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге хаҡында һөйләне. Комплекс заманса йыһазландырылған, автономлы, барлыҡ талаптарға яуап бирә.

Унда терапевт, уролог, гинеколог, невролог, күҙ табибы, УЗИ белгесе эшләй. Бер көндә ҡырҡҡа тиклем кешене ҡабул итеү, сирҙәрҙе тәүге стадияһында уҡ билдәләү мөмкинлеге бар.


Вернуться назад