Бындай баһа – беҙгә генә!14.02.2019
Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан социаль өлкәне һәм социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн Александр Починок исемендәге фонд тарафынан билдәләнде.

Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова белдерҙе. Ул форумға ярашлы үткән бүләкләү тантанаһында ҡатнашты. Әйтеүенсә, республикабыҙ – бындай баһаға эйә булған берҙән-бер төбәк.

Башҡортостанда социаль эшҡыуарлыҡ буйынса форумдар даими үткәрелә. Шулай уҡ беҙҙә иң яҡшы социаль проекттарҙың интернет-каталогы булдырылған, Социаль эшҡыуарҙар клубы һәм тәжрибәлеләр институты эшләй, улар ярҙамында “Социаль проекттар акселераторы” белем биреү программаһының бер нисәһе сыҡты ла инде.


Вернуться назад