Учалы районы мәҙәниәт үҙәгендә ауыл мәктәптәрендә белем алған өлкән класс уҡыусылары өсөн террорлыҡ һәм экстремизмға ҡаршы тороу, уларҙы булдырмау мәсьәләһенә арналған сара уҙғарылды.Йыл һайын ойошторолоп килгән, традицияға әйләнгән осрашыуҙа именлекте тәьмин итеү буйынса эксперттар, вазифалы кешеләр, дин әһелдәре сығыш яһаны.
Уҡыусылар экстремизм һәм террорлыҡ ҡорбаны булмау өсөн үҙеңде нисек тотоу, яҡындарыңды аралау хаҡында, был афәтте иҫкәртеү саралары, хоҡуҡи яуаплылыҡ тураһында киң мәғлүмәт алды, социаль селтәрҙәрҙә дөрөҫ, һаҡ аралашыу нескәлектәренә төшөндө.