Радий Хәбиров йәштәрҙе йыя14.02.2019
Тиҫтерҙәре араһында лидер булып торған, төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған әүҙем йәштәр, уҡыусылар республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыуға саҡырыла. Был сара 21 февралгә тәғәйенләнгән.

Төп шарттар – аныҡ социаль мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән идея, проект йәки тәҡдим менән килеү, “Мин осрашыуға барам” форматында ҡыҫҡа мөрәжәғәт яҙыу һәм уны социаль селтәрҙә #расскажуоглавном хештегы менән урынлаштырыу.

Фекер алышыу өсөн темаларҙы теркәү анкетаһының махсус юлында тәҡдим итергә мөмкин. “Рәсәй йәштәре” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһының “Саралар” бүлегендә теркәлеү үтергә була. Шулай уҡ осрашыуға бәйле һорауҙар менән колл-үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин: +7 (347) 246-56-31.


Вернуться назад