Өфөлә “Апимондия” халыҡ-ара умартасылар конгресын башта 2021 йылдың 20 – 25 сентябрендә үткәреү күҙаллана ине. Хәҙер иһә был мөһим сараны 20 – 30 авгусҡа күсереү планлаштырыла. Ошо көндәрҙә Рим ҡалаһында уҙғарылған халыҡ-ара симпозиумда Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир Ишемғоловтың Апимондия етәкселеге менән осрашыуы барышында ошондай килешеүгә өлгәшелде. Төп ҡарар Башҡортостандың юлламаһы нигеҙендә быйыл апрелдә Апимондия Президиумы тарафынан ҡабул ителәсәк.
Әйткәндәй, “Апимондия” конгресын үткәреү хоҡуғын республика 2017 йылда Истанбулда алғайны. Уға тиклем Рәсәй Апимондияны 1971 йылда Мәскәүҙә ҡабул иткәйне.