Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 15 февралдә төндә күпләп, көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.
Еңелсә буран сыға, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан. Һауа температураһы төндә 7-12, аяҙытҡанда 17 градусҡа тиклем, көндөҙ иһә 3-8 градус һалҡын була.
16 февралдә айырым райондарҙа буран сығыуы ихтимал. Юлдарҙа боҙлауыҡ, көрт һалыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 8-13, көндөҙ 1-6 градус һалҡын.