Түҙгәнгә түш тейә, тигәндәй02.06.2012
Түҙгәнгә түш тейә, тигәндәйХалыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан йыл һайын республикала матур саралар уҙғарыла, кескәйҙәр өсөн социаль әһәмиәттәге биналар асыла. Матур йоланы дауам итеп, кисә лә баш ҡаланың Орджоникидзе районында төҙөкләндереүҙән һуң 29-сы балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Балаларҙың, ата-әсәләрҙең һәм тәрбиәселәрҙең шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов килде.

Йөҙ балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһына төҙөүселәрҙең ҙур тырышлыҡ һалғаны күренә. Бина бөтә талаптарға ярашлы эшләнгән. Заманса аш-һыу блогы, процедура кабинеты, изолятор, психолог, логопед бүлмәләре, музыка һәм физкультура залдары бар. Баҡса яңы ғына булһа ла, унда йылы мөхит тойола. 1960 йылда уҡ һалынған элекке бинанан диуарҙар ғына ҡалған, башҡа бөтә нәмә лә өр-яңы хәҙер. Балалар баҡсаһын 90-сы йылдар башында демографик көрсөк арҡаһында спорт мәктәбенә әүерелдергәндәр, әммә һуңғы йылдарҙа тыуымдың артыуы сәбәпле, мәктәпкәсә тәрбиә биреү ойошмаларында урын етмәгәнлектән, кире ҡайтарырға ҡарар иткәндәр. Республика етәкселеге, белеүебеҙсә, был проблемаға ҙур иғтибар бүлә.
Түҙгәнгә түш тейә, тигәндәй— Быйыл 40-45 балалар баҡсаһын сафҡа индерергә йыйынабыҙ. Район һәм ҡалаларҙа мәсьәләне хәл итеүе еңеләрәк, ә Өфөлә тағы ла йылдамыраҡ эшләү кәрәк, — тине республика башлығы, ата-әсәләр менән аралашып. — Тыуым күрһәткестәрен тағы ла арттырыу мөһим, төҙөлгән баҡсалар киләсәктә буш торорға тейеш түгел.
Балалар баҡсаһында булғандан һуң Президент тирә-йүндәге йорттарҙа йәшәүсе халыҡ менән аралашты. Яңы асылған бина янында тағы ла бер балалар баҡсаһы урынлашҡанын күргәс, Рөстәм Зәки улы уны ла ҡарап сығырға булды. 119-сы балалар баҡсаһында Президенттың килеүенә әҙер булмаһалар ҙа, кескәйҙәр һәм тәрбиәселәр төбәк башлығын ихлас ҡаршы алды. 1959 йылда төҙөлгән бинаға һуңғы тапҡыр капиталь ремонт 80-се йылдарҙа башҡарылған. Шулай ҙа йыл һайын күпмелер ремонт яһалып тора, тине тәрбиәселәр. Рөстәм Хәмитов баҡсала эшләүселәр менән аралашты, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы, хеҙмәт шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Айлыҡ уртаса эш хаҡының ете мең һум самаһы ғына булыуын белгәс, Президент:
— 1 июлдән республикала бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын 15 процентҡа күтәреү көтөлә. Был ҙур сығымдар талап итә — 3,5 миллиард һум аҡса кәрәк. Тик быны тормошҡа ашырыу, һеҙҙең эш хаҡын 2015 йылға тиклем республика буйынса уртаса кимәлгә еткереү мотлаҡ, — тине.
Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Мәхмүт Бикбулатов икенсе йылға был баҡсаға ла капиталь ремонт яһатырға һүҙ бирҙе.
Ә. ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад