Банкка ялыуҙар арта14.02.2019
Банкка ялыуҙар артаРеспублика халҡы страховка компанияларына әҙерәк, ә банктарға йышыраҡ ялыу итә башлаған, тигән мәғлүмәт килтерә Башҡортостан буйынса Милли банк. 2017 йыл менән сағыштырғанда, былтыр Үҙәк банкка мөрәжәғәт иткәндәр күләме үҙгәрмәгән тиерлек, яҡынса шул уҡ 5,3 мең ялыу килгән.

Ялыуҙарҙың иң ҙур өлөшө (56 процент) кредит ойошмаларына тура килә. Халыҡты айырыуса ҡулланыусылар кредиты борсой. Икенсе урында – страховка ойошмаларына ялыуҙар. Улар мөрәжәғәттәрҙең 28 процентын тәшкил итә. Өсөнсө урында – микрофинанслау ойошмалары (7,3 процент).


Вернуться назад