Бурыслы үлмәй...14.02.2019
Бурыслы үлмәй...Өфө ҡалаһының Калинин районы буйынса суд приставтары 5,5 миллион һумлыҡ бурысы булған өсөн бер ирҙең ҡиммәтле “Range Rover” автомобилен тартып алған.

Ир кеше шәхси эшҡыуарҙан займ килешеүе буйынса бурысҡа 4 миллион һум аҡса алып торған. Аҡсаһы булһа ла, килешеүҙә яҙылған ваҡыт эсендә уны ҡайтарып бирмәгән. Һөҙөмтәлә бурысҡа биргән кеше судҡа мөрәжәғәт итә. Суд унан бурысын һәм проценттар түләтеү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Шул арала дөйөм бурыс кимәле 5,5 миллион һумға тиклем “үҫкән”.

Әммә бурслы әҙәм суд ҡарарын да үтәмәй. Шәхси эшҡыуар ҡарарҙы тормошҡа ашырыу өсөн суд приставтарына мөрәжәғәт итә. Уға бурысы барлығы, мөлкәтенә арест һалыныу ихтималлығы тураһында хәбәр итәләр. Суд приставы ирҙең ҡиммәтле автомобиле булыуын асыҡлай, уны барып табып, арест һала һәм мөлкәт тартып алына. Яҡын арала машина һатылып, аҡсаһы эшҡыуарға биреләсәк.



Вернуться назад