Күҙҙәрең ауыртамы? Табиптар үҙҙәре килә!14.02.2019
Күҙҙәрең ауыртамы? Табиптар үҙҙәре килә!Башҡортостан дауаханаларында Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары республика халҡына бушлай операциялар яһаясаҡ.

Хәҙер күҙ дауалау өсөн алыҫ райондарҙан баш ҡалаға килеп йөрөү кәрәкмәй. Институттың алдынғы табиптары үҙҙәре килеп операция яһаясаҡ.

Ғинуар һәм февраль айҙарында Малаяҙ, Бәләбәй, Мәләүез, Стәрлетамаҡ кешеләрен ҡабул итеп өлгөрҙөләр ҙә инде. Табиптарҙың киләһе айҙарҙа ниндәй төбәктәргә барыуы билдәле булды.

18-22 февраль – Ишембай, 25-26 февраль – Яңауыл, 27-28 февраль – Туймазы, 4-5 март – Белорет, 6-7 март – Учалы, 11-15 март – Сибай, 18-22 март – Стәрлетамаҡ, 25-29 март – Мәләүез, 1-5 апрель – Ишембай ҡалаларына киләсәктәр.





Вернуться назад