Хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк15.02.2019
Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр, тиҙәр. Сибай тураһында төрлө хәбәрҙәрҙе уҡып, ундағы хәлде шәхсән белешергә булдыҡ. Ниһайәт, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалының ошо ҡала үҙәгендә урынлашҡан идаралығында ултырабыҙ. Маҡсатыбыҙ – белгестәр менән дә, халыҡ менән дә һөйләшеү, яманатлы карьерҙы барып күреү, хәлдең айышына төшөнөргә тырышыу.

Сибай карьерында руда төтәүе һәм һауаға көкөртлө газ бүленеп сығыуы асыҡланғас, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был хәлде иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Республика етәкселеге, ғалимдар менән кәңәшләшеп, соҡорҙо һыу менән тултырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

– Киңлеге ике саҡрым һәм тәрәнлеге 500 метр булған был карьер 100 метрға тиклем кимәлдә һыу менән тултырыла, тағы 60 метры соҡор төбөнә иҫәпләнгән, – ти комбинаттың техник директоры Ильяс Әхмәтйәнов. – Был эш 8 февралдә башланды. Бының менән беҙ төтәү сығанаҡтарына кислородтың үтеп инеүен туҡтатыуға һәм массивтың һыуыныуына ирешәсәкбеҙ, һыу ебәреү әселәнеү процесын йөҙ процентҡа юҡҡа сығарасаҡ.
Комбинат белгестәре “Уралмехангорнобр” институты менән бер­лектә карьерҙа ҡаҙылма байлыҡ­тарҙы консервациялау проектын әҙерләгән. Карьер төбөнә тәүлегенә 10 мең кубометрға тиклем һыу ебәреү планлаштырыла. Был ағым күләме аҡрынлап арттырыла бара һәм әлеге көндә ул алты мең кубометрға еткән. Һыуҙы ер аҫты сығанаҡтарынан, тәбиғи ятҡылыҡ­тарҙан һәм күрше Ҡамаған карьерынан алалар икән. “Сығанаҡ­тарҙың һүнгәненә ышанғас, һыуҙы һурҙырабыҙ, шунан таҙартыу ҡорол­малары аша сығарып, ситкә ағыҙа­быҙ. Быға тейешле рөхсәт бар”, – ти Ильяс Харис улы.


Уның әйтеүенсә, карьерҙы тултырыу 20 мартҡа тамамланырға тейеш. Барлығы 400 мең кубометр һыу ағыҙыу күҙаллана.
Сибайҙағы хәл тулыһынса контролдә тотола, бында өс экологик контроль үҙәге эшләй: Башҡортостан Граждандарҙы һаҡлау сараларын тәьмин итеү хеҙмәтенең химик-радиометрик лабораторияһы, Тәбиғәт­тән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағыһы һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбина­тыныҡы. Уларҙың барыһы ла күсмә, мотлаҡ тикшереүҙәр үткәрә, шулай уҡ халыҡтың шылтыратыуҙары буйынса сыға.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов һөйләүенсә, ҡалала көн дә атмосфера торошона мониторинг үткәрелә һәм ике сәғәт һайын алты нөктәлә һауа өлгөһөн һигеҙ тапҡыр һайлап алыу юлы менән зарарлы матдәләр бармы-юҡмы икәнлеге тикшерелә. Шуларҙың береһендә – “Зона 500”-ҙә, йәғни карьерҙан ярты саҡрымға тиклемге арауыҡта ятҡан Таусылар урамында һауаны тик­шереү­ҙәренең шаһиты булырға тура килде. Бында көкөрт диоксидының норманан ашмауы теркәлде. Белгестәр биргән мәғлүмәттәр буйынса, ҡалған биш контроль нөктәлә лә шулай ине.

Сибайҙағы тирә-яҡ мөхиткә һәм, ғөмүмән, ҡаланың нисек йәшәүенә бәйле хәл-ваҡиғалар тураһындағы тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ.


Вернуться назад