“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы былтыр йыл һуҙымында халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлына һәм ижадына арналған “Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы” исемле республика әҙәби-педагогик конкурсы ойошторҙо. Унда 135 уҡытыусы һәм 14 уҡыусы ҡатнашты. Ошо көндәрҙә бәйгегә йомғаҡ яһалды.
– Мостай Кәримдең әҫәрҙәре аша йәштәр күңелендә әҙәп-әхлаҡ сифаттары, мәҙәнилек тәрбиәләү, өлкәндәргә ихтирамлы булырға өйрәтеү, кешеләр араһына дуҫлыҡ күпере һалыу кеүек изге маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп, конкурс үткәрҙек, – тине “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов. – Әҙиптең ижады тыныслыҡ һәм изгелек символы булды, ул әле лә шулай, унда кешелеклелек, мәрхәмәтлелек тойғолары ярылып ята, Ер шарындағы бөтә халыҡтарҙы берләштереү күҙ уңында тотола.
Жюри конкурста ҡатнашыусыларҙы дәрестәге методик эшләнмәләре, кластан тыш саралар сценарийы, уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәре (башҡорт һәм рус телдәрендә) буйынса баһаланы. “Заманса белем биреү технологияларын ҡулланған иң яҡшы дәрес” номинацияһында Туймазы педагогия колледжы уҡытыусыһы Гөлнара Кәримова еңеүсе тип билдәләнде, “Мәктәпкәсә учреждениела иң яҡшы дәрес” номинацияһында Өфө ҡалаһының 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Хызырова алдынғылыҡты бирмәне, ә “Кластан тыш сараларҙа иң яҡшы эш” номинацияһында Гөлфиә Ноғоманова (Стәрлетамаҡ күп тармаҡлы һөнәри колледж уҡытыусыһы), “Иң яҡшы тикшеренеү эше” номинацияһында уҡытыусы Розалия Мәүлетова менән XI класс уҡыусыһы Регина Ғарифова (икеһе лә Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбенән) һынатманы. Уларҙың барыһы ла Мостай Кәрим исемендәге фондтан иҫтәлекле бүләктәр алып шатланды.
Мостай Кәрим исемендәге фондтың директоры Әлфиә Кәримова сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтте, конкурсҡа килгән эштәрҙең йөкмәткеле булыуын билдәләне.