Мәктәп, дауахана һәм башҡа социаль объекттар менән араҡы һатыусы сауҙа нөктәләре араһы 10 метрға тиклем ҡыҫҡарыуы мөмкин.
Минпромторг, ошо хаҡта Хөкүмәт ҡарары проектын әҙерләп, Министрҙар Кабинетына тапшырған. Әлеге көндә спиртлы эсемлектәр һатыусы предприятиелар менән белем биреү, медицина учреждениелары араһындағы алыҫлыҡ 50-100, ҡайһы саҡта 300 метр тәшкил итә. Яңылыҡ сауҙаны ҡаршылыҡтарҙан ҡотҡарасаҡ, әммә ул халыҡтың сәләмәтлегенә кире йоғонто яһаясаҡ. Рәсәй Мәғариф һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары вәкилдәре әйтеүенсә, яңы ҡағиҙәләр алкоголле эсемлектәр һатыу нөктәләренең күбәйеүенә килтерәсәк, һөҙөмтәлә эскелек гөрләп сәскә атасаҡ.