Ғалимдәр 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙең ғүмерен ҡыйған төп сәбәпте асыҡланы.
“Сәләмәт йәмғиәт” форумында бер йәшкә тиклемге балаларҙың ете проценты бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәләк була, тип билдәләнде. Ошо уҡ сәбәпле, ике йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың ҡырҡ проценты, ә 18 йәш аҙағына 90 проценттан ашыу үҫмер яҡты донъя менән хушлаша.
Эксперттарҙың әйтеүенсә, был — Рәсәйҙә медицинаға бәйле булмаған төп сәбәп.