Рәсәй ғалимдары Байкал төбөндә 250 – 300 миллион тонна самаһы нефть запасы ятҡылығы булыуын асыҡланы. Был байлыҡ күлгә ҙур хәүеф тыуҙыра. Ер тетрәү була ҡалһа, уның күлгә сығып, һыуҙы зарарлауы ихтимал.
Әйткәндәй, был нефтте сығарырға ярамай, сөнки уның күлде тулыһынса бысратыуы мөмкин.