Сибайҙың үҙәк дауаханаһында ҡала халҡын Өфөнән килгән бер төркөм табиптар хеҙмәтләндереүе тураһында яҙғайныҡ инде. Һөҙөмтәһе нисек?
- Баш ҡала табиптары бында 1 мартҡа саҡлы эшләйәсәк, - ти республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, Өфө табиптарының Сибайҙағы төркөмө етәксеһе Гөлнара Зиннурова. - 15 ғинуарҙан алып Сибайҙың 12 мең кешеһен ҡабул иттек. Һүҙ Өфө табиптары тураһында ғына бара! Кисә 87 кешенең, алдан яҙылып та, табипҡа килмәгәнен асыҡланым, тимәк, кемдәр республика һаулыҡ һаҡлау учреждениелары белгестәренә күренергә теләгән, барыһы ла үтеп бөткән.