Түләүле туҡталҡалар булырмы?14.02.2019
Түләүле туҡталҡалар булырмы?Өфөлә түләүле туҡталҡалар булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр әллә ҡасандан дауам итә. Тик һаман берҙәм ҡарарға килә алмайҙар. Кисә Өфө ҡала советы депутаттары әлеге мәсьәләне тағы бер тапҡыр өйрәнде. Хәҙер түләүле туҡталҡа булдырыу эшендә муниципаль предприятиелар ғына ҡатнаша аласаҡ. Шәхси компаниялар проекттың мөмкин булған операторҙары исемлегенән төшөрөп ҡалдырылды.

“Түләүле туҡталҡалар мәсьәләһе әһәмиәтле проект. Шуға күрә йәмәғәтселек яғынан кире ҡараш тыумаһын өсөн был эшмәкәрлек муниципалитет елкәһенә генә һалынасаҡ. Был эште муниципаль компанияларға тапшырыу, килгән аҡсаны ҡала бюджетына йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк”, – тине проекттың эш төркөмө етәксеһе Вадим Лукьянов.






Вернуться назад