Законды үтәмәһәң – туныңдан ҡолаҡ ҡағырһың14.02.2019
Суд приставтарының Сибай ҡалаһы буйынса бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре шәхси эшҡыуарҙың тундарын конфискациялаған.

Роспотребнадзор вәкилдәре пландан тыш тикшереү үткәргән ваҡытта, Сибай ҡалаһының ике магазинында тире изделиелары һатыуҙа етешһеҙлектәр булыуын асыҡлаған. Эшҡыуар һатҡан тауарҙарының етештереүсеһен дөрөҫ күрһәтмәгән.

Мировой судья эшҡыуарҙы административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепле тип тапҡан һәм тундарҙы тартып алыу тураһында ҡарар сығарған.





Вернуться назад