"Дәрес булмай, ҡар көрәгеҙ!"13.02.2019
"Дәрес булмай, ҡар көрәгеҙ!"Өфөләге 69-сы мәктәптең IX класс уҡыусыларын физкультура дәресе урынына тышҡа ҡар көрәргә сығарғандар.

Балалар әйтеүенсә, уҡытыусы аяҡ кейемен алмаштырырға ла мөмкинлек бирмәгән.

“Эшләйәсәгебеҙҙе алдан әйтмәгәстәр, әҙерләнеп килмәгәс, аяҡ-ҡулым туңды”, – тип белдергән уҡыусы Лилиә Кәримова.

Педагог дәғүә белдергән балаларҙың бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмаған. Һөҙөмтәлә ике уҡыусы арҡаһын ауырттырған, өсәү һыуыҡ тейҙергән.

Директор әйтеүенсә, ул отпускта булған, был хаҡта белмәгән. “Яҡын арала ултырышта әлеге мәсьәлә күтәреләсәк, киләсәктә ундай хәлгә юл ҡуйылмаясаҡ”, – тип белдергән ул.

Юристар әйтеүенсә, уҡыусыларға ундай эш ҡушыу тыйыла. Бының өсөн өмә ойошторорға кәрәк.


Вернуться назад