Үҙҙәре лә оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, әсәйле булғандарға көнләшмәү мөмкин түгел! Мәҫәлән, Хәйбулла районында йәшәгән 103 йәшлек Хәйерниса инәй Таҡаева алты балаһы менән гөрләтеп донъя көтә. Иң оло улы Рәҡипкә 83 тулһа, төпсөгө Шәфҡәткә – 63 йәш. Аҡъяр ағинәйе ошо кинйәһе һәм килене Венера менән бер йортта ҡырҡ йылдан ашыу татыу, бәхетле ғүмер кисерә.
“Ҡәйнәмдән уңдым, мине ҡыҙы кеүек ҡабул итте. Иң яҡын серҙәшбеҙ ҙә. Һаман да ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә тырыша, аҡыллы кәңәштәренән айырмай”, – ти бәхетле килен.
Әйткәндәй, бөгөн Хәйбуллала йөҙ йәшкә еткән өс ағинәй бар. Улар балалары янында бәхетле ҡартлыҡ кисерә.