45 миллион һум урларға маташҡан13.02.2019
32 йәшлек Өфө кешеһе приставҡа ришүәт тәҡдим иткәне һәм идара компанияһынан 45 миллион һум урларға маташҡаны өсөн суд ҡарарына ярашлы дөйөм режимдағы колонияға ебәрелгән.

Былтыр йәй ул Калинин районының суд приставтары бүлегенә идара компанияһынан коммерция ойошмаһы файҙаһына 45 миллион һумдан ашыу аҡса түләтелеүе тураһында ялған мәғлүмәтле башҡарыу ҡағыҙы тапшыра. Конспирация маҡсатында, документты курьер аша ебәрә.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, ир башҡа исем әйтеп таныша һәм бурыслының аҡсаһын тиҙ арала түләттереүҙә булышлыҡ ҡылыу өсөн приставҡа 50 мең һум күләмендә ришүәт тәҡдим итә.

Арбитраж суды ҡарарының мировой суд ҡағыҙында баҫылғанын күргәс, пристав был хәл тураһында хоҡуҡ һаҡлаусыларға мөрәжәғәт итә. Ирҙе ҡулға алалар Ул суд ҡарары менән иркенән өс йылға мәхрүм ителә.


Вернуться назад