Һөт кухнялары кәрәкме?13.02.2019
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре ошондай һорау алыуҙа ҡатнашырға саҡыра.

Өс йәшкә тиклемге сабыйҙарға ташламалы һөт аҙыҡтары биреү эшен яҡшыртыу маҡсатында үткәрелгән сарала атай-әсәйгә, опекундарға һигеҙ ябай һорауға яуап биреү кәрәк буласаҡ.

Белеүегеҙсә, бөгөн республикала һөт кухняһы тик Өфөлә генә эшләй. “Сәләмәтлек сәғәте” тәртибендә үткәрелгән ултырышта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ошо тәжрибәне башҡа муниципалитеттарға таратыу кәрәкме-юҡмы икәне хаҡында халыҡтың фекерен белергә ҡушҡайны.

“Бәлки төбәктә диетик туҡланыу үҙәктәре булдырыу тураһында уйларға ваҡыттыр? Ләкин алдан ата-әсәнең теләген белеү мөһим: уларҙың балаларына һөт кухнялары кәрәкме?” – тине республика етәксеһе.


Вернуться назад