Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы 100-сө никах теркәлде.Иртәгә, Ғашиҡтар көнөндә, республика буйынса ЗАГС бүлектәренә сират айырыуса ҙур булыуы көтөлә. Былтыр 14 февралдә 53 пар мөнәсәбәтен законлаштырһа, быйыл, белгестәр әйтеүенсә, байтаҡҡа күберәк. Был күренеш йәштәрҙең матур датаны һайлау теләгенә бәйле.