Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, филология фәндәре докторы:
— Республикабыҙҙың төп гәзите “Башҡортостан”ды мәктәп йылдарынан уҡып барам. Ул халҡыбыҙға арымай-талмай хеҙмәт иткән баҫма булып ҡалды.
Үҙебеҙ әҙип, ғалим булараҡ, уй-фекерҙәребеҙ, теләктәребеҙ менән уртаҡлаша килдек. Заманға аман төҫ биреү хәстәрлеге менән дә йәшәнек тип әйтер инем.
Заман башҡа — заң башҡа, тимәк, әҙип һәм ғалим кешегә дәүергә ярашып түгел, уның менән ярышып, алданыраҡ барырға тырышыу ҙа бик мөһим.
Бер һөйөнөсөмдө әйтәйем әле. Яңыраҡ, Башҡортостан Фәндәр академияһының архив фондында шөғөлләнгәндә, Салауат Юлаевтың беҙгә билдәһеҙ бер шиғырының күсермәһенә тап булдым. Оло ҡыуаныс был! Шиғырҙы “Башҡортостан” гәзитен уҡыусылар менән таныштырырбыҙ, тим.
Халҡыбыҙға иһә әйтер һүҙем шул: “Башҡортостан” менән йәшәйек!
А. АБҘАҠОВ яҙып алды.